Дәүләкәндә ҙур күләмдә синтетик наркотиктар тартып алынды

Дәүләкәндә ҙур күләмдә синтетик наркотиктар тартып алынды 30.07.2014

Ышаныс телефонына килгән мәғлүмәтте тикшереү барышында тәртип һаҡлау органдары тилерткес матдә таратыусы ҙур ғына төркөмдөң эҙенә баҫты. Уларҙың барыһы ла үҙҙәре наркотик ҡуллана һәм уны таратыу өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылған булған. 6 кешенән торған енәйәтсел төркөм ҡырын эштәрен теүәл башҡарған.

Закон менән тыйылған матдәләрҙе Дәүләкән, Бәләбәй һәм күрше төбәктәрҙә таратҡан. Аралашсылар уларҙы яҡындары йәки ышаныслы кешеләренең ҡулына тапшырған. Дәүләкәндә ҙур сауҙа ойошмаһы янындағы  автомобиль туҡталҡаһында төркөмдөң ике ағзаһы ҡулға алынған. Уларҙы тентеү барышында шәхси әйберҙәре араһында наркотик  һалынған төйөнсөктәр табылған. Ә тағы ла өс әшнәһе Әлшәй районында тотолған. Уларҙан наркополиция хеҙмәткәрҙәре синтетика һаналған бер нисә төргәк тартып алған. Дәүләкәндә төркөм етәксеһе йәшәгән йортто тикшереү мәлендә оператив хеҙмәткәрҙәрҙең иғтибарын мунса  иҙәнендәге  кондиционер  йәлеп иткән. Ҡоролманың  эсендә 230 грамм синтетик наркотиктар булыуы асыҡланған. Операция барышында барлығы 250 грамм синтетика тартып алынған. Наркополиция хеҙмәткәрҙәре, был «уңыш»  айырыуса ҙур күләмдә наркотик булыуын билдәләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку