Дәүләкәндә бәхетһеҙ осраҡ

Дәүләкәндә бәхетһеҙ осраҡ 24.07.2017

Урындағы ГорКомСервис ойошмаһының 4 эшсеһе канализация ҡоҙоғон таҙартҡанда йыйылып ятҡан газға ағыулана.

23 июль иртәһе ГорКомСервис ойошмаһы хеҙмәткәрҙәренә ғәҙәти башлана. Диспечер хеҙмәтенә канализация торбаһы тығылыуы тураһында хәбәр килгәс, бригада урынға юллана.

Ғәҙәттән тыш хәл ошо ҡоролма эсендә теркәлә. Тығылған торбаны таҙартырға килгән хеҙмәткәрҙәр метан газына ағыуланып бер-бер артлы канализация ҡоҙоғона ҡолай. Һөҙөмтәлә берәүһе һәләк була, өсәүһе дауаханаға эләгә.

Шаһиттар әйтеүенсә, эшселәрҙе килтергән водитель тырышлығы менән генә ҡорбандарҙың артыуына юл ҡуйылмай. Ул бер үҙе хеҙмәттәштәрен саф һауаға алып сыға һәм ярҙам саҡыра.

Хеҙмәттәштәре бәләгә тарығанда үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып уларға ярҙамға ашыҡҡан егет, беҙгә йөҙөн күрһәтмәүҙе үтенде. Шулай ҙа үҙенең ҡылығын ул батырлыҡ тип һанамай. Минең урынымда һәр кем ярҙам итер ине ти ул.

Әле зыян күреүселәр урындағы дауаханала. Берәүһе әлегәсә аңына килмәгән. Михаил Козлов менән Анатолий Будылин көн дә эшләгән эште башҡарҙыҡ, ҡоҙоҡта нәмә булғанын аңғармай ҙа ҡалдыҡ, ти.

Осраҡ буйынса аңлатма һорап ойошма директорына мөрәжәғәт итеүебеҙ ҙә һөҙөмтә бирмәне.

Әлеге ваҡытта осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тәфтишселәр оператив тикшереү эштәрен башлағанда инде. Ойошма хеҙмәткәрҙәрен һаҡланыу саралары менән тейешле кимәлдә тәьмин итеп-итмәүе һәм хеҙмәткәрҙәрҙең улар менән ҡулланып-ҡулланмауы, әлеге ваҡытта төп һорау булып ҡала.    

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку