Дәүләкән районында 26 йәшлек ирҙе йәшен ята

Дәүләкән районында 26 йәшлек ирҙе йәшен ята 05.08.2016

Ғәҙәттән тыш хәл кесе йома кис теркәлә. Ун кешенән торған ғаилә Асылыкүлгә ял итергә килгән булған. Көндөҙгө дүрттәр тирәһендә, йәшен башланғас, барыһы ла ағас аҫтына ышыҡлана. Тәфтишселәр әйтеүенсә, йәшен утын егеттең ҡулындағы автомобиль асҡысы тарта. Ир шунда уҡ һәләк була, ә эргәһендәге кешеләр ситкә ырғытыла. Бәхеткә, улар зыян күрмәй.

Светлана Абрамова, Рәсәй тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе ярҙамсыһы: «Бөгөнгө көндә тәфтишселәр был күңелһеҙ осраҡ буйынса тикшереү эштәре алып бара. Шаһиттарҙан һорау алына. 26 йәшлек ирҙең үлем сәбәптәрен асыҡлау өсөн  медицина-суд экпертизаһы тәғәйенләнде».
Быйыл  ғына республикала 4 тапҡыр йәшен атыуҙан кеше ғүмерҙәре өҙөлдө. Май айында Асылыкүл эргәһендә телефондан һөйләшкән ир, июндә 13 йәшлек малай, июлдә Шаран районында йәшәүсе өс баланың ата-әсәһе һәләк булды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку