Чупакабра һөжүм итә башлаған

Чупакабра һөжүм итә башлаған 05.10.2016

Билдәһеҙ йәнлек Шишмә районының Күсем ауылында йәшәүсе ғаиләнең ҡош-ҡортын тамаҡлаған.

Был йән эйәһенең көтөлмәгән һөжүме ғаилә бюждетына зыян килтерә, сөнки көҙ айҙарында ғаилә ҡаҙ-өйрәк һатып, яҡшы ғына табыш алырға уйлай. Ун туғыҙ ҡаҙҙан бары бишәүһе генә тере ҡалған, улары ла йәрәхәтләнгән. Билдәһеҙ заттың көсөнә хайран ҡала хужабикә. Йәнлек һарайға үтеп инер өсөн рәшәткәне ҡаҙауҙары менән бергә һурып ырғыта. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, был йән эйәһенең ауылға килеүе беренсегә түгел.
Флүзә Хисаметдинова, Күсем ауылында йәшәүсе: «Ике йыл элек күршеләрҙең ҡош-ҡортоноң ҡанын һурып киткәйне. Һуңғы арала күренмәй ине. Был серле йән эйәһе һарай ишеген нисектер асып инә, шул тиклем көслөлөр, моғайын. Береһен генә лә ашамаған үҙе, йолҡҡослап ҡына сыҡҡан».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку