Былтыр август айында Өфөлә инкассаторҙарға һөжүм итеүселәр бөгөн суд алдында һуңғы һүҙ тотто

Былтыр август айында Өфөлә инкассаторҙарға һөжүм итеүселәр бөгөн суд алдында һуңғы һүҙ тотто 25.04.2016

Улар ағалы-ҡустылы өс бер туған егет. Енәйәтселәрҙең ҡылығы арҡаһында бер инкассаторҙың ғүмере өҙөлдө, икенсеһе иҫән, ул дауаханала  ятып сыҡты. Енәйәтселәр Юғары суд алдындағы телмәрендә кеше үлтерергә йыйынмауҙары хаҡында белдерҙе.

Енәйәтселәр эскәмйәһендә элекке полиция хеҙмәткәре, эшҡыуар һәм студент - улар өсөһө бер туған. Шәйнуровтар былтыр 22 августа Өфөнөң Инорс биҫтәһендәге «Байрам» магазинында  Һаҡлыҡ банкы инкассаторҙарына һөжүм итә.
Һаҡлыҡ банкы хеҙмәткәрҙәре банкоматты асҡан  мәлдә егеттәрҙең береһе бензин һибә, икенсеһе ут тоҡандыра. Һөҙөмтәлә   34 йәшлек  банк хеҙмәткәре Вячеслав Симонов 90 процент тәне бешеүҙән һәләк була. Икенсе инкассатор 29 йәшлек Руслан Сөләймәнов дауаханаға эләгә. Егеттәр аҡса урлап өлгөрмәгән. Уларҙы магазинға уртансы туғандары алып килгән. Уның белдереүсенсә, ағаһы менән ҡустыһының ни өсөн магазинға  килгәнен белмәгән. Енәйәтселәр әйтеүенсә, кеше үлтерергә йыйынмағандар. Бары  иҙәнгә бензин һибеп банк хеҙмәткәрҙәрен ҡурҡытырға ғына уйлағандар.  Магазинға килгән зыян күләме ярты миллион һум күләмендә баһалана.
Егеттәр Балтас районыныҡы. Баш ҡалала улар ҡуртымға фатир алып йәшәгән. Икеһе эшһеҙ иҫәпләнә,   олоһо 2011 йылға тиклем полицияла эшләгән, уртансыһы Сипайловолағы сауҙа-сервис комплексында ҙур булмаған магазин тотҡан, өсөнсөһө студент. Мәғлүмәттәргә ҡарағанда,  ҙур күләмдә аҡса  кредит ҡаплау өсөн кәрәк булған.  Енәйәтселәр өс статья  буйынса  ғәйепләнә. «Талау», «үлтерергә йыйыныу» һәм «табыш алыу ниәтендә үлтереү».
Иҫән ҡалған инкассатор дауаланып эшкә сыҡҡан. Ваҡиға урынында һәләк булғанының, ҡатыны менән ҡыҙы ҡалған.  
Өс бер туғанды енәйәт кодексына ярашлы  ғүмерлеккә иркенән мәхрүм итеү ҡарала.  Шулай ҙа   егеттәрҙең икеһенә  24 - әр   һәм  береһенә 19 йыл  хөкөм язаһын үтәү  янай.  Хөкөм ҡарары 28 апрелдә иғлан ителә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика