Былтыр Ағиҙел ҡалаһында йәшәүсе ҡатын бер тәүлеккә балаһын бергә йәшәгән иренә ҡалдырып, ғүмерлек ҡайғыға бата 18.05.2017

Иртәгәһенә эштән әйләнеп ҡайтҡас, ул карауатта сабыйын үлгән килеш таба. Айырыуса ҡурҡыныс енәйәт эше бөгөн Башҡортостандың Юғары судында присяжный ултырышсылар ҡатнашлығында ҡаралды.  Билдәле булыуынса, йәш әсә эшкә киткәндә, ғәйепләнеүсе Шәүәлиев өйҙә дуҫы менән  ҡала.

Тик улар бер йәшлек ҡыҙҙы ҡарау урынына спиртлы эсемлектәр ҡуллана. Иҫерек ир асығыуҙан үкһеп илай башлаған баланы тынысландырам тип, уға һуға. Ҡаты йәрәхәт алған сабыйҙың шул уҡ төндә ғүмере өҙөлә. Ғәйепләнеүсе ваҡиға урынынан ҡаса.
Шулай ҙа ғәйепләүсе яҡтың енәйәтте иҫбатлаусы дәлилдәре етерлек. Шәүәлиев Енәйәт кодексының 105-се статьяһы буйынса һигеҙ йылдан 20 йылғаса йәки ғүмерлеккә иректән мәхрүм ителеүе ихтимал.  Хөкөм ҡарары киләһе суд ултырышында, йәғни 30 майҙа иғлан ителәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика