Әбйәлил районында вәхшиҙәр үҙәк майҙандағы боҙ ҡаласығын емергән

Әбйәлил районында вәхшиҙәр үҙәк майҙандағы боҙ ҡаласығын емергән 11.01.2018

Вәхшиҙәр майҙансыҡҡа ингән ерҙә емелдәп торған гирляндаларҙы өҙөп ырғытҡан, байрам ҡотлауының боҙҙан эшләнгән хәрефтәрен емергән. Йылдың хужаһы этте һынландырған ике скульптура иһә бөтөнләй онталған, яһалма тауҙарҙың  боҙҙан эшләнгән таяуҙарын да ботарлап ташлағандар.

Ҡараңғы төшкәс төрлө төҫтәр менән балҡыған шыршының гирляндаһы ла йолҡоп алынған, хатта уның уттарын тоҡандырып-һүндереү пульты урынлашҡан ишекте лә емереп маташҡандар. Ниндәйҙер мөғжизә менән Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу һындары ғына зыян күрмәгән. Асҡар ауылы хакимиәте вәкилдәре әйтеүенсә, боҙ ҡаласығын эшләүгә күп көс, аҡса түгелгән. Ауыл оҫталары егерме көн буйы  тотош район халҡына байрам кәйефе, балаларға күңелле каникулдар бүләк итеү өсөн ал-ял белмәй эшләгән. Өлкәндәргә лә, кескәйҙәргә лә яңы йыл тылсымы бүләк иткән майҙансыҡтың кемгә ҡамасаулағаны билдәһеҙ.
Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙағы боҙ ҡаласығын емереү ошондай тәүге осраҡ түгел.  Вәхшиҙәр  Өфөнөң Нижегородка, Шаҡша биҫтәһендә, Ленин районында  яңы йыл майҙансыҡтарын  боҙоп китте. Бындай күренештәр Кумертау ҡалаһында, Иглин районында ла теркәлгән.  Әле хоҡуҡ һағында тороусылар тәртип боҙоусыларҙы асыҡлай. Ә бына Шаҡша биҫтәһендә һындарҙы емереүселәр   мәктәп уҡыусылары булыуы  билдәле. Балаларының ҡылығы өсөн ата-әсәләре   яуап бирәсәк.
Максим Родионов, Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының мәғлүмәт һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге етәксеһе: «Эске эштәр министрлығының бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспекторҙары асыҡлауынса, Шаҡша биҫтәһендәге боҙ ҡаласығын 11-12 йәштәге өс үҫмер емергән. Әле уларҙың ата-әсәләренә ҡарата административ протокол төҙөлгән. Материалдар Калинин районының бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияһына ебәрелгән».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика