Әбйәлил районында Ташбулат тимер юл станцияһы эргәһендә бәләкәй баланың ғүмере өҙөлдө

Әбйәлил районында Ташбулат тимер юл станцияһы эргәһендә бәләкәй баланың ғүмере өҙөлдө 10.04.2017

Велосипедтағы алты йәшлек   малай оло юлға сығып автомобиль аҫтында ҡала. Руль артында 27 йәшлек егет булыуы билдәле. Уҙған тәүлектә республикала дүрт юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән,  биш кеше ауыр тән йәрәхәттәре алған.

Бынан тыш, дәүләт автоинспекция хеҙмәткәрҙәре тарафынан урланған һигеҙ автомобиль табылған, йөҙҙән ашыу водителдең рулгә эскән килеш ултырыуы асыҡланған. Әйткәндәй, 4 апрелдән автоһәүәҫкәрҙәр «тимер ат»тарына ҡышҡы тәгәрмәстәр тураһында иҫкәртеүсе махсус билдә йәбештерергә тейеш. Талапты үтәмәүселәр административ яуаплылыҡҡа тарттырыла.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку