Әбйәлил районында бөгөн иртәнге сәғәттәрҙә ғәҙәттән тыш хәл теркәлде 21.02.2015

Көслө буран сығыу һөҙөмтәһендә төбәктең өс ауылы утһыҙ тороп ҡалды. Ел үҙәк район дауаханаһының ҡыйығын алып ташланы. Ғәҙәттән тыш хәл буйынса комиссия ултырышында билдәләнеүенсә, буран  күрше райондарҙа күҙәтелмәгән.

Ваҡиға эҙемтәләре махсус комиссия тарафынан тикшерелде. Әлеге минуттарҙа электр уты менән зәңгәр яғыулыҡ биреүҙә тотҡарлыҡтар юҡ. Ә үҙәк район дауахананың ҡыйығын төҙөкләндереү эштәре  иртәгә башлана.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика