Әбйәлил һәм Баймаҡ райондарында бүреләрҙең йорт хайуандарына ташланыу осраҡтары теркәлгән

Әбйәлил һәм Баймаҡ райондарында бүреләрҙең йорт хайуандарына ташланыу осраҡтары теркәлгән 18.01.2018

Был хаҡта беҙҙең редакцияға ошо төбәктәрҙә йәшәүселәр хәбәр итте. Ауыл халҡы әйтеүенсә, йыртҡыс хайуандар һарыҡ, йылҡы малдарын, хатта эттәрҙе лә тамаҡлаған.

Һуңғы аҙнала Әбйәлил районында ғына бүре өйөрөнөң бер-нисә тапҡыр ҡолондарға ташланыу осрағы теркәлгән. Ә Баймаҡта йыртҡыс хайуандар декабрь айында  тиҫтәләгән йылҡы малына зыян килтергән. Экология министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, был осраҡ буйынса урындағы халыҡ ведомствоға мөрәжәғәт итмәгән. Бүрене атып алыу өсөн яҙма рәүештә бирелгшән ғариза булыу мотлаҡ.
Глеб Егоров, Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының бүлек етәксеһе: «Әгәр ҙә йыртҡыс хайуандарҙың ауыл малына ташланыу осрағы теркәлә икән, урындағы халыҡ ауыл хакимиәтенә, һунарсылыҡ буйынса дәүләт күҙәтеү идаралығы инспекторҙарына мөрәжәғәт итергә тейеш. Артабан алынған мәғлүмәт буйынса тейешле ҡарар ҡабул ителәсәк».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку