Бурҙан ҡала, уттан ҡалмай 26.01.2017

Лариса менән Руслан Ғәлләмовтар ғаиләһе ике йыл элек Өфө районы Ҡармасан ауылындағы йорттоң бер өлөшөн ипотекаға һатып ала. Әммә яңы өйҙә оҙаҡ йәшәргә тура килмәй. Янғын бар милекте юҡҡа сығара.

Лариса менән Руслан Ғәлләмовтарҙың бәхетле ғаилә тормошо бер нисә минут эсендә емерелә. Ике кескәй балаһы менән улар октябрҙә йорттарында «Ҡыҙыл әтәс» уйнау сәбәпле урамда тороп ҡала. Биналағы барлыҡ мебель ҡара көлгә бата. Янғын күршеләге фатирҙа башлана. Ике милек хужаһына иҫәпләнгән бер ҡатлы йорт хәҙер ҡыйыҡһыҙ, бында бер кем дә йәшәмәй.
Ут бер нисә минут эсендә бар өйҙө ялмап ала. Ғәзиз йәндәрен ҡосаҡлап урамға йүгергән ата-әсә  әле һаман шаңҡыу хәлендә.
Ғәлләмовтар ғаиләһе йорттарын төҙөкләндерерлек хәлдә түгел. Лариса декрет отпускыһында, ә тормош иптәшеенең эш хаҡы ай һайын ипотеканы ҡаплауға китеп тора. Янған фатир өсөн тағы ла миллион һум түләргә ҡалған.
Хәйер, 20 йылға ипотекаға алынған милек страховкаланған була. Тик йорт хужаларына тейешле компенсацияны алыуы ғына ауырға төшә. Мәскәүҙә урынлашҡан страховка компанияһы документтарҙың теүәллеген талап итә, Һаҡлыҡ банкынан килтерелгән зыянды ҡаплатыу тәртибе хаҡында мәғлүмәттәр справкаһы кәрәк.
Ғәлләмовтар ошо бер ҡағыҙ артынан йүгереп хәлдән тайған. Страховка компанияһының илдең баш ҡалаһында урынлашыуы ла мәсьәләне ҡатмарлаштыра. Киҫкен проблеманы хәл итеү маҡсатында беҙ банк хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт иттек.
Документациялағы етешһеҙлектәр бер ай эсендә хәл ителәсәк тип вәғәҙәләйҙәр. Ғәлләмовтар ғаиләһе иһә көтөргә әҙер, компенсацияһы ғына түләнһен! Ипотеканың бер өлөшө булһа ла ҡапланып, айлыҡ түләүҙәр кәмеһә,  йортто яйлап ремонтлай башларға йыйына улар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика