Боронғолар, күрше хаҡы Тәңре хаҡы тип юҡҡа ғына әйтмәгән

Боронғолар, күрше хаҡы Тәңре хаҡы тип юҡҡа ғына әйтмәгән 22.12.2015

Йәнәш тороусылар бер-береһе менән татыу йәшәргә тырышҡан. Ҡайһы бер осраҡтарҙа  ғаилә именлеге лә күршеңә бәйле булыуын, Өфөнөң Мәктәп тыҡрығында йәшәүсе Колябиндар яҡшы белә. Үткән йәкшәмбе уларҙың йорттарында янғын сыға, 14 йәшлек Дарья менән 3 йәшлек Ильяны уттан күршеләре  Дмитрий ҡотҡара.

Йәкшәмбе көн Мәктәп тыҡрығында урынлашҡан йорттарҙың береһендә сыҡҡан утты янғын һүндереүселәр ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һүндереп өлгөрә, ҡорбандар ҙа юҡ. Ләкин уларҙан алда ваҡиға урынына күршелә генә йәшәүсе Дмитрий килеп етә. Ул йорт эсендә булған ике баланы тәҙрә аша сығарып өлгөрә. Төтөндө күреп, янғын башланғанын аңлағас, уйлап та торманым ти ул.
Дмитрий Сидоров: «Йүгереп килһәм ,стена буйлап төтөн сыға, ишеккә ынтылһам, унда инерлек түгел-бер нәмә лә күренмәй, тын алып та булмай. Шуға баҫҡыс ҡуйып, икенсе ҡат тәҙрәһенә үрелдем, балалар шунда ине».
Янғынды тәү башлап 14 йәштәге Даша күрә. Ул әсәһенә шылтырата, ләкин эштә булған ҡатын яуап бирмәй. Аҙаҡ ҡыҙ өләсәһенә хәбәр итә, ул үҙ сиратында ярҙам һорап күрше йәшәүсе Дмитрийға мөрәжәғәт итә. Ир уттан ҡыҙҙы һәм уның ҡустыһын ҡотҡара. Балалар ныҡ ҡурҡҡан була, ләкин бер ниндәй ҙә зыян күрмәй. Дауаханала тикшергәс, уларҙы ҡайтарып ебәрәләр.
Колябиндар ғаиләһен тағы ла берләштергән һәм бер-береһенә тағы ла иғтибарлыраҡ булырға өйрәткән янғын ошо стена артындағы бүлмәлә башлана. Бында йорт хужалары төҙөлөш материалдары һәм башҡа кәрәк-яраҡтарын һаҡлаған. Янғын һүндереүселәр асыҡлауынса, ут электр сымдарының ҡыҫҡа ялғанышы һөҙөмтәһендә килеп сыҡҡан. Иң мөһиме зыян күреүсәләр юҡ, ғаилә бәхетле тормошон дауам итә, һәм күршеләренән уңыуына ҡыуанып бөтә алмай.
Людмила Колябина:  «Күршебеҙ ысын герой тип уйлайым. Ярай ҙа ул эргәлә булған. Балаларҙы яңғыҙ өйҙә ҡалдырырға ярамағанлығына тағы бер инандым».
Ваҡиғанан һуң һәр кем үҙе өсөн һығымта яһаған. Колябиндар бер-береһе тураһында нығыраҡ ҡайғыртырға һүҙ бирешкән, ә батыр күрше, Дмитрий  Сидоров яҡын арала үҙ йортондағы электр сымдарын тикшермәксе.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика