Борай районында көслө дауылдан һуң электр уты тергеҙелде 07.06.2016

Шулай уҡ йорттарҙың ҡыйығын ремонтлау буйынса ла әүҙем эш алып барыла.

Кисә Шабай ауылында теркәлгән тәбиғәт ғәрәсәте һөҙөмтәһендә 39 торлаҡ йорттоң ҡыйығы емерелә, ағас һәм ҡоймалар ҡолай, ауыл тулыһынса утһыҙ ҡала. Бынан тыш,   клуб менән мәктәпкә лә ҙур зыян килә.  Бәхеткә, урындағы балалар йорто тәрбиәләнеүселәре был ваҡытта  йәйге лагерға киткән була. Юғиһә, тәбиғәт ғәрәсәтенең ниндәй фажиғәгә килтереү ихтималлығын уйлауы ла ҡыйын, ти  халыҡ.
Иң мөһиме ҡорбандар һәм йәрәхәт алыусылар теркәлмәне, ти ауылда йәшәүселәр. Әлеге ваҡытта ҡыйыҡтарҙы тергеҙеү буйынса күләмле эш алып барыла. Бер үк ваҡытта  күрелгән зыян күләме иҫәпләнә. Ҡазаға тарыусылар араһында өйҙәрен страховкалаусылар ҙа юҡ түгел. Ҡалған ғаиләләр ҙә үҙ проблемалары менән яңғыҙ ҡалмаҫтарына ышана.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика