Боден күле өҫтөндәге һәләкәткә 15 йыл 01.07.2017

2002 йылдың 1 июленән 2-нә ҡараған төндә Германия күгендә, ерҙән 11 мең метр бейеклектә йөк боингы «ТУ-154» самолеты менән бәрелеште. Фажиғәлә Башҡортостандан сит илгә ялға осоусы һәләтле балаларҙың, уларҙы оҙатыусы ата-әсәләр һәм тәрбиәселәрҙең, тәжрибәле экипаждың -  71 кешенең ғүмере өҙөлдө. Яҡташтарыбыҙҙың кәүҙәләре тыуған яғында, баш ҡаланың Көньяҡ зыяратында ерләнгән. Йыл һайын ошо көндә һәләкәт ҡорбандарының яҡындары уларҙы иҫкә алырға зыяратҡа йыйыла, дин әһелдәре доға ҡыла.

«Өҙөлгән ынйы теҙмәһе». Германияның Юберлинген ҡалаһы эргәһендә 2002 йылда теркәлгән фажиғәнән һуң эшләнгән мемориал. Һәйкәл авиаһәләкәт ҡорбаны, 1998 йылғы Диана Калоеваның ваҡиға урынында табылған өҙөлгән ынйы муйынсағы нигеҙендә барлыҡҡа килә. Боден күле өҫтөндәге фажиғәлә барлығы 52 баланың ғүмере өҙөлә. Улар араһында 11 йәшлек Артур ҙа бар. Ул ваҡыттан 15 йыл үтһә лә, яралар  шул килеш, ти Хамматовтар.
2002 йылдың 1 июлдән 2-нә ҡараған төндө Швейцарияның «Скайгайд» компанияһы авиадиспетчеры хатаһы арҡаһында «Башҡортостан һауа юлдары» ТУ-154 самолеты менән Бахрейн - Брюссель маршруты буйынса осҡан йөк ташыусы «Боинг-757» самолеты бер һауа коридорына ебәрелә. Балалар Испанияға ялға осҡан булған. Уларҙың барыһы ла республика, Рәсәй кимәлендә үткәрелгән олимпиада, төбәк-ара конкурс еңеүселәре...
Рейстың тәүҙә кисектерелеүе, һуңынан уларҙы яңылышлыҡ менән бөтөнләй икенсе аэропортҡа алып барыуҙары хәүеф тураһында, гүйә, алдан иҫкәртә. Фажиғә 71 кешенең борттағы барлыҡ пассажирҙар һәм экипаждың ғүмерен өҙә. Юлиә Суфияноваға һәләкәт төнөндә 14 йәш тула. 2002 йылғы ваҡиға ғаиләләр яҙмышына ла үҙ мөһөрөн һуға. Дамира Аҫылғужина  улының үлеменән һуң тулы бәхет менән йәшәгән ғаиләһен юғалта.
Фажиғә, уртаҡ ҡайғы бөтөнләй сит кешеләрҙе, дин, милләттәрҙе берләштерҙе. Матәм датаһына бәйле, республика һәләк булыусыларҙың туғандарының Германияға сәфәрен быйыл да ойошторҙо. Яҡташтарыбыҙ Юберлинген ҡалаһына юлланды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика