Боҙ түгел, ер урынынан ҡуҙғалған

Боҙ түгел, ер урынынан ҡуҙғалған 04.04.2016

Тиҫтә йылға Өфөнөң  Шаҡша ҡасабаһында йәшәүселәр йорттары ярҙан ишелеп төшөүҙән ҡурҡып көн итә. Ер аҫты һыуҙары тупраҡты йыуа. Яҙ һайын мәсьәлә киҫкенләшә.

Кирбес стеналар ҙа яҙғы һыу ағымына ҡаршы тора алмаған. Төндә, халыҡ йоҡлаған мәлдә ер ишелә. Ниндәйҙер мөғжизә менән генә үлем осрағы теркәлмәгән. Бындай ҡурҡыныс  хәл унлаған йорт хужаһына  янай. Ҡайһы бер йорттарҙың стеналарында ярыҡтар хасил булған. Артабан да ямғырҙар дауам итһә, торлаҡ емерелеп  кеше ғүмеренә лә хәүеф янауы ихтимал, ти биҫтәлә йәшәүселәр.
Игорь Волков, Шаҡша ауылында йәшәүсе: «Был проблема дүрт йыл элек башланды.Үткән йыл ҡыҙым мәтеһе аҡтарылып бөткән урамда  бәләкәй балаһы менән юл-транспорт фажиғәһенә тарыны».
Бер урам халҡы яҙлы-көҙлө күңел тыныслығын юғалта. Һыу йырындары  ҡар һыуҙары, яуым-төшөм артҡан һайын киңәйә генә. Канализация һыуҙарын ағыҙыу селтәрендәге етешһеҙлектәр ҙә тупраҡтың йыуылып юҡҡа сығыуын көсәйтә.
Лариса Лиманова, Шаҡша ауылында йәшәүсе: «Беҙҙе канализация һыуҙарын дөрөҫ ағыҙмауҙа ла ғәйепләйҙәр.Әммә юл ишелеү һис тә канализацияға бәйле түгел, ҡар һыуҙары грунтты йыуа».
Тикшеренеүҙәр өсөн генә 250 мең һумдан ашыу аҡса  талап ителә. Тупраҡ ҡатламын нығытыу өсөн сығымдарҙы әйтеп тораһы ла түгел. Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы  финанс мөмкинлектәрҙең сикле булыуын билдәләй..
Иглин районы хакимиәтендә лә   Шаҡша ауылында яр ишелеү мәсьәләһен хәл итеү өҫтәндә эшләйҙәр.
Ирина Стафеева, Иглин районы хакимиәтенең граждандарҙы яҡлау һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр бүлеге баш  белгесе:  «Ярҙы нығытыу эштәрен һәр ваҡыт башҡарып торабыҙ. Был маҡсатта ҡом ташылды , әммә ерҙе нығытыу эштәре һөҙөмтәле булманы. Ер аҫты  һыуҙары ярҙы  йыуыуы аяныслы. Беҙ экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу министрлығына   ярҙам һорап хат ебәрҙек».
Ер кибеп ҡар һыуҙары иреп бөтөү менән был урамды тигеҙләп ҡом түшәргә вәғәҙәләйҙәр.  Шулай уҡ тикшереү эштәрен дә башларға ниәтләнәгәндәр. Урындағы етәкселек Республика һәм район хакимиәтенең ярҙамына  ышана.
Камаз урамының унлаған йорто эргәһендәге оло юл яҙғы ҡар һыуҙарынан ишелә башлаған. Айырыуса 21 -cе йорттоң хужалары өсөн бында йәшәү хәүефле. Юл ишелеү арҡаһында йорт нигеҙе ҡуҙғалған. Халыҡ юлды тәртипкә килтереүҙе үтенеп хакимиәткә мөрәжәғәт итә. Әммә уларҙың үтенестәре оҙаҡ йылдар дауамында асыҡ ҡала.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку