Боҙлауыҡтың тәүге ҡорбандары

Боҙлауыҡтың тәүге ҡорбандары 23.10.2017

Бөгөн Хәйбулла районында теркәлгән юл-транспорт фажиғәһендә 3 кешенең ғүмере өҙөлдө. Юлдыбай-Аҡъяр-Сара автомобиль трассаһының 73-сө километрында Тойота ланд Крузер менән унынысы модель ВАЗ автомобилдәре бәрелеште.  Тағы ла бер авария Благовар районында теркәлде. Был юлы бейеклектән ҡолап төшкән микроавтобустағы кешеләр мөғжизә менән генә иҫән ҡала.

Ҡот осҡос фажиғә иртәнге сәғәттәрҙә Сәрмәсән йылғаһы аша һалынған ошо күпер өҫтөндә теркәлә. Toyota водителе аңғармаҫтан ҡаршы һыҙатҡа килеп сыға һәм 9 метр бейеклектән ҡолап төшә.

Татарстандың Аҙнаҡай ҡалаһынан Өфөгә юлланған микроавтобус салонында  водителдән тыш, тағы ла 4 пассажир ултыра. Һуңғылары барыһы ла баш ҡалала уҡыусы студенттар. Иномарканың 23 йәшлек водителе әйтеүенсә, аварияға насар һауа торошо сәбәпсе була. Сөнки ул, боҙлауыҡ юлда транспорт сараһы менән идара итеү һәләтен юғалта. Һөҙөмтәлә микроавтобус күперҙең ҡоймаһын емереп 9 метр бейеклектән ауа. Бәхеткә күрә Тойота һыу эсенә ҡоламай.  

Бүздәк районы үҙәгенән килгән ашығыс ярҙам ҡазаға тарыусы өс кешене дауахана алып китә. Водитель һәм тағы ла бер пассажир ҡыҙ еңелсә тән йәрәхәттәре менән ҡотола.  Һуңғыһы хатта авариянан һуң үҙ аллы попутка туҡтатып Өфөгә киткән тигән мәғлүмәт тә бар. Дауаханала ятҡан пациенттарҙың хәле ауыр, әммә тотороҡло, ти табиптар. Уларҙың береһе һуңынан башҡалының 21-се дауаханаһына оҙатылған.  

Ә бына Хәйбулла районындағы аварияла өс кешенең ғүмере өҙөлдө. Юғары тиҙлектә килеүсе Toyota ҡаршыға килеп сыҡҡан унынысы модель ВАЗ менән бәрелешә.  Рәсәй транспортында ултырған водитель һәм уның ике пассажиры ваҡиға урынында йән бирә. Тағы бер кеше ауыр хәлдә дауаханаға оҙатыла. был юлы ла фажиғәле хәлгә юлдағы боҙлауыҡ сәбәпсе була. Синоптиктар алдағы көндәрҙә лә һалҡын һауа торошо һаҡланасағы тураһында иҫкәртә.  

Һалҡындар төшөү менән водителдәр автомобилдәренең тәгәрмәстәрен ҡышҡыға алмаштырырға ашыҡты. Әммә әлегә оҫтаханаларға яҡын барлыҡ түгел. Шуға ҡарамаҫтан инспекторҙар водителдәрҙе юлдарҙа айырыуса һаҡ булырға сағыра. Һаҡланғанды ла Хоҙай  үҙе һаҡлар тип халыҡ юҡҡа әйтмәгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку