Боҙборсаҡ, көслө ел  һәм йәшенле ямғырҙар 19.07.2017

Тәбиғәт ғәрәсәттәре республика халҡын һынауын дауам итә.  

Шишәмбе Ишембай ҡалаһының Көҫәпҡол ауылында йомортҡа ҙурлығы боҙборсаҡ баҡса үҫентеләрен юҡ иткән. Беҙҙең редакцияның вацап-мессенджерына килгән фотоларҙан күренеүенсә, ошондай уҡ көслө яуым-төшөмдән  Стәрлетамаҡ районының Максимовка  ауылында ла йәшелсә түтәлдәре зыян күргән.

Ошо уҡ кисте Хәйбулла районы Мәмбәт ауылында көслө дауыл урындағы мәктәп  спорт залының ҡыйығын алып ташлай. Бәхеткә, был ваҡытта бина эсендә бер кем  дә булмаған. Көслө дауыл райондың башҡа төбәктәрендә лә күҙәтелгән,  Воздвиженка ауылында, мәҫәлән,  балалар баҡсаһы ҡаҙанлығының ҡыйығы зыянланған.  

Синоптиктар бөгөн дә республикала һауа торошоноң боҙолоу ихтималлығы хаҡында иҫкәртә. Айырым райондарҙа йәшен йәшнәүе, елдең тиҙлеге секундына 18 метрға тиклем көсәйеүе көтөлә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика