Благовещенда автомобиль ҡыуып алып китеүҙә ғәйепләнеүселәр ҡулға алынды

Благовещенда автомобиль ҡыуып алып китеүҙә ғәйепләнеүселәр ҡулға алынды 19.12.2015

Һуңғыһына улар иртә таңдан ҡул һуҙа. Егеттәрҙең береһе  гараж янында машина хужаһынан тәмәке һорай. Оло йәштәге кешенең ҡаршылыҡ күрһәтә алмаҫлығына ышанғас, тәмәжниктең иптәше уны аяҡтан йығып муйынына бысаҡ терәй. Машинаны бурҙар гараждан  алып сығып китә.

Александр Куликов, зыян күреүсе: «66 йыл йәшәйем, әлегә тиклем минең менән бындай хәл булғаны юҡ . Гаражға төндә лә килгеләйем. Тыныс була торғайны. Һис кенә лә ышанғы килмәй. Әйтерһең дә, был хәл минең менән булмаған».
Урланған автомобилде инспекторҙар Бөрө ҡалаһы янында юл ситендә таба. Машина онталған, ә руль артында иҫерек килеш әлеге бурҙарҙың береһе булыуы асыҡлана. Икенсеһе хәүефле хәлдән ҡасып ҡалыу юлын ҡарай, шулай ҙа күп тә үтмәй тәртип һаҡсыларының ҡулына эләгә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика