Благовещен районында янғында ике кешенең ғүмере өҙөлдө 16.02.2015

Янғын ике ҡатлы кирбес йортта сыҡҡан. Был мәлдә фатирҙа өс кеше булған. Йорт эсендә 43 йәшлек ҡатын менән уның 12 йәшлек улының кәүҙәләре табылған. Фатир хужаһы утты ҡотҡарыусылар килеп еткәнсе үҙаллы һүндергән. Ирҙең тәне бешкән, ул төтөнгә ағыуланған. Күҙалланыуынса, янғынға эскән килеш тәмәке тартҡанда ут менән һаҡһыҙ ҡыланыу сәбәпсе булған. Уҙған ял көндәрендә республикала барлығы 23 янғын сыҡҡан, шуларҙың дүртәүһе Өфөлә булған.  

Әлиә Дәминова, Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәткәре: «Ҡырмыҫҡалы районының Яңы Муса ауылында ағас йортта ут сыҡҡан. Тәүгеләрҙән ваҡиға  урынына Иҫке Муса һәм Боҙаяҙ ауыл советтарының ирекле янғын һүндереүселәре килеп еткән.  Ҡыҙыл әтәскә мейес яҡҡанда  янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәү сәбәпсе булған. Ошо уҡ сәбәп буйынса Стәрлетамаҡ районының Яңы Барятин ауылында ағас мунса янып киткән. Ялҡын тиҙ арала һүндерелгән».  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика