Благовещен ҡалаһының Песочный урамындағы 6-сы йортта янғын сығыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде

Благовещен ҡалаһының Песочный урамындағы 6-сы йортта янғын сығыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде 11.06.2016

Йортта биш балалы ғаилә йәшәгән, уларҙың дүртәүһе  бәлиғ түгел йәштә. Сабыйҙар Республика Ғаиләгә һәм балаларға социаль-психологик ярҙам үҙәгенә урынлаштырылған.

Ольга Ғәлимоваға ҡыҙҙарына эшләгән айырым бүлмә тураһында янғын урынында ҡалған уйынсыҡтар, көл-күмер генә  хәтерләтә. Ут эсенән ғаилә ни бары өс пакет кейем һәм бер-нисә ҡашығаяҡ, түшәк кәрәк-яраҡтары ғына сығарып өлгөргән. Электр селтәрендәге ҡыҫҡа ялғаныштан сыҡҡан янғын йортто һынаулы минуттар эсендә эшлектән сығара. Ғаилә урамда тороп ҡала.
Ольга Ғәлимова, янғында зыян күреүсе: «Тырышып донъя көттөк. 2008 йылда  Благовещен ҡалаһының «Иң өлгөлө ғаиләһе» исемен алдыҡ. Минең өсөн иң ҡәҙерлеһе - балаларым. Улар етәү. Иң өлкәненә 23, кинйәбеҙгә ике йәш тулды. Өлкән ҡыҙым менән улым беҙҙән айырым йәшәйҙәр. Мәктәпкә уҡығандары яҡшы билдәләре менән ҡыуандыра. Балаларымды юҡһынам».
Бәлиғ булмаған дүрт бала әле ваҡытлыса Республика Ғаиләгә һәм балаларға социаль-психологик ярҙам үҙәгенә урынлаштырылған. Ғаилә был йортҡа ярты йыл самаһы элек кенә күсенгән була. Торлаҡ өсөн хаҡты бүлеп түләргә килешкәндәр. Әлегә Ғәлимовтарға район хакимиәтенән ғәҙәттән тыш фондтан ваҡытлыса йәшәү урыны тәҡдим ителгән.
Ғәҙәттән тыш фондта  бөтә уңайлыҡтар ҙа бар. Ғәлимовтар торлаҡ мәсьәләһен хәл иткәнсе унда йәшәп тора ала. Күп балалы ғаилә булараҡ йәшәү шарттарын яҡшыртыуға мохтаж икән, ғаилә документтар йыйып торлаҡҡа дәғүә итә ала.
Тик ғәмәлдә барыһы ла ябай ғына түгел. Ғәлимовтар фатир алыуға  2009 йылда ғариза яҙа. Тик сират нишләптер һаманғаса килеп етмәй. Хужабикә әйтеүенсә, 2014 йылда улар бишенсе булһа, быйыл ни сәбәптәндер дүрт йөҙ һигеҙенсегә төшкән. Шулай ҙа күп балалы ғаилә өмөтөн өҙмәй һәм бәлә менән яңғыҙ ҡалмаҫтарына ышана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку