Благовещен ҡалаһында үҫмерҙәр бесәйҙәрҙе тереләй яндыра

Благовещен ҡалаһында үҫмерҙәр бесәйҙәрҙе тереләй яндыра 29.11.2017

Урындағы халыҡ белдереүенсә, йорт хайуандарына ҡарата аяуһыҙ ҡыланыу осраҡтары һуңғы ваҡытта йышайған. Урындағы хәйриә фонды ҡарауһыҙ ҡалған эт-бесәйҙәрҙе ҡарай башлаған, әммә мәсьәлә уның менән генә хәл ителмәй.

Күҙҙәре соҡолған, тәпәйҙәре яндырылған. Ошондай аяныслы хәлдәге бесәйҙәр Благовещен ҡалаһындағы Гаи биҫтәһе урамдарында табыла.Тере йәнлектәрҙе яндырыусылар урында йәшәгән үҫмерҙәр. Һәр хәлдә, ҡалала йәшәүселәр шулай ти
Виктория Шамшиева, Благовещен ҡалаһында йәшәүсе: «Бесәйҙәрҙе яндырыусылар  бер төркөм үҫмерҙәр. Улар элек кеше күҙенән йәшереп эш итһә, хәҙер асыҡтан-асыҡ ҡыланалар. Ошонан балам менән үтеп барһам, бесәй тауышы ишетелде, ҡараһам,  бер төркөм малай-шалай усаҡ яҡҡан».
Тере ҡалғандарына  урындағы хәйриә фонды ярҙам күрһәтә. Улар бесәйҙәрҙе алып ҡайтып ашата, дауалай. Интернет селтәрендәге сайт аша мәрхәмәтле кешеләрҙән  ярҙам алалар.  
«Бедолага» ҡушаматлы был бесәйҙе хәйриә фонды ирекмәндәре урамда таба. Тәпәйе һынған йорт хайуанын дауалайҙар, операция эшләтәләр. Фонд хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, уны һауыҡтырыу 25 мең һум тирәһенә төшә. Ирекмәндәр урамдан  әле дүрт бесәйҙе  ҡарауға алған.
Вероника Шаульская,  ҡарауһыҙ ҡалған йорт хайуандарына ярҙам итеүсе хәйриә фонды президенты: «Сит бесәйҙәр инмәһен өсөн кешеләр подъездарына хатта ҡапҡан ҡуя. Ҡарауһыҙ йөрөгән йорт хайуандарын атыу ойошторола ине. Ундай ысулдарға ҡарағанда эт-бесәйҙәрҙе түлһеҙләндереп тә уларҙың үрсеүен туҡтатып була бит».
Ҡала урамдарында, ысынлап та, ҡарауһыҙ йөрөгән бесәйҙәр күп осрай. Хәйер, бындай хәл бер  Благовещенда ғына түгел.
Ә был подъезд төбө бесәйҙәрҙең иң яратҡан урыны. Ас хайуандар ҡасан ғына килмәһен, ерҙәге тәрилкәләрҙә һәр ваҡыт ашарға бар.  
Роза Старшова, Благовещен ҡалаһында йәшәүсе: «Бесәйҙе ергә бәргәндәрен, таяҡ менән туҡмағандарын  күргәнем бар. Ә уларға ашарға биргән өсөн күп яман һүҙҙәр ҙә ишетергә тура килә. Нисек уларҙы йәлләмәйһең. Ас йөрөгәндәренә  битараф ҡарай алмайым. Теләгем бер - урамда ҡалған йорт хайуандары өсөн  өсөн берәй приют булһын ине».
Балаларҙа йорт хайуандарына мәрхәмәтле ҡараш тәрбиәләү йүнәлешендә  эш алып барыла. Әммә ни өсөндөр аяуһыҙлыҡ күренештәре кәмемәй. Белгестәр билдәләүенсә, был вәхшилекте ваҡытында туҡтатмаһаң, үҫмерҙәрҙең  психикаһында тағы ла ҡурҡынысыраҡ  тайпылыштар барлыҡҡа килеүе мөмкин.
Ләйсән Морозова, психолог: «Балаларҙың йорт хайуандарына ҡарата ундай мөнәсәбәте күңелдәрендәге ниндәйҙер үпкәнән килеп сыға. Көсһөҙ йән эйәһе янында улар үҙҙәрендә власть тоя. Бәлки уларға ата-әсә  наҙы, иғтибар етмәйҙер. Сәбәбен асыҡларға һәм ваҡытында сара күрергә кәрәк».
Өфөлә йорт хайуандарына ҡарата аяуһыҙ мөнәсәбәткә  ҡаршы митингтар үткәрелә, сарала ҡатнашыусылар йәмәғәтселекте был проблемаға  иғтибар итергә саҡыра  һәм уны закон менән нығытыуҙы талап итә.  Әлегә тиклем  эшләп килгән ҡануниәттә эт-бесәйҙәргә  рәхимһеҙ ҡыланыусыларға  административ штраф һәм холоҡ төҙәтеү эштәре формаһында ғына яза бар ине. Киләсәктә ул енәйәт эшенә тиңләнәсәк.
Шулай уҡ рәхимһеҙлектең балалар янында эшләнеүе һәм киң мәғлүмәт сараларына сығарылыуы өсөн өҫтәмә яуаплылыҡ буласаҡ.      

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку