Благовар районында күп балалы ғаилә урамда тороп ҡалған

Благовар районында күп балалы ғаилә урамда тороп ҡалған 13.07.2015

Бер аҙна самаһы элек улар йәшәгән йорт күл-күмергә әйләннгән. Ут иҫкергән электр сымдарында ҡыҫҡа ялғаныш һөҙөмтәһендә сыға. Күҙ асып йомған арала көнкүреш техникаһы яна башлай, һуңынан көслө янғын бар йортто ялмап ала.

Бәхетһеҙлек бишенсе июль көндө килә. Айгөлдөң ата-әсәһе ауыл осондағы яланға ер еләге йыйырға китә. Береһенән-береһе бәләкәй туғандары ғаиләләге өлкән бала Айгөл һәм уның ҡарт оләсәһе  Филзә Насирова ҡарамағында ҡала. Көтмәгәндә компьтерҙары төтәп янып китә. Электр сымдарындағы  ҡыҫҡа ялғаныш күрше бүлмәләрҙәге йорт йыһаздарына ҡапыл ут тоҡаныуына  сәбәпсе .
Беренсе синыфты ғына тамамлаған Айгөл һәләкәттән  туғандары менән бергә һикһән биш йәшлек оләсәһен алып ҡала. Ейәнсәренең сослоғо, үҙен янғын осрағында ҡыйыу һәм йылғыр тотоуына һоҡланыуын йәшермәй.
Бөгөн бөтә ҡурҡыныс артта ҡалған кеүек. Күршеләре мәрхәмәтлек күрһәтеп үҙ йортона индергән. Уларҙың бәхетһеҙлеге хаҡында белгән халыҡ кейем-һалым, тормош-көнкүреш кәрәк-яраҡтары килтерә. Әммә янғында ҡаза күреүселәр артабан да мәрхәмәтле кешеләр ярҙамына мохтаж. Улар өсөн һәр кем һаҡлыҡ банкында асылған махсус иҫәпкә аҡса күсерә ала.  Бәйләнеш өсөн телефон: 8-961-371-81-34.
Хакимиәт янғындан зыян күреүсе ғаиләгә ваҡытлыса йәшәп тору өсөн элекке мәктәп бинаһын тәҡдим иткән. Әммә уларҙың артабан да ауыл тирәһендә ҡалыу теләге юҡ.
Республикала һәр икенсе янғынға  иҫке электр сымдарындағы ҡыҫҡа ялғаныш сәбәпсе. Благовар районы Таллыкүл ауылында йәшәүсе ғаилә лә һуңғы тиндәрен йыйып  йорт яңыртырға тырышҡан. Әммә янғын хәүефһеҙлеген үтәмәү,  яңы электр сымдарына аҡса йәлләү һөҙөмтәһендә бер ниндәй ҡаралтыһыҙ урамда тороп ҡалалар. Бәхетһеҙлеккә тарығансы, уны алдан иҫкәртеү  яҡшыраҡ бит. Ошо ҡағиҙәне башҡа граждандар ҙа иҫтән сығармаһын ине.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку