Билдләһеҙ кеше үтеп ингән

Билдләһеҙ кеше үтеп ингән 29.03.2016

Интернет селтәрендә ун йәшлек мөмкинлеге сикләнгән ҡыҙҙы көсләү осрағы тураһындағы мәғлүмәт барыһын да шаңҡытты. Ваҡиға былтыр сентябрҙә баш ҡалалағы 28-се  Республика коррекция мәктәп-интернатында теркәлә. Селтәрҙәге мәғлүмәткә ярашлы, учреждениеға билдәһеҙ ир ингәнен бер кем дә абайламай ҡала. Яуыз уйлы уҙаман нисек үтеп ингән, мәктәптә хәүефһеҙлек ниндәй кимәлдә тәьмин ителгән?

Коррекция мәктәп-интернатҡа үтеп инеү бер ниндәй ҙә ауырлыҡ тыуҙырмай. Ишек төбөндә вахтер ҡаршы ала. Ингән һәр кем иң элек уның иғтибарына эләгә. Директор ишегенә тиклем оҙатып ҡуя. Мәктәп етәкселеге интернетта таралған мәғлүмәттең дөрөҫ булмауына инандыра. Ысынлап та, билдәһеҙ ир ингән осраҡ булды, ләкин ул бер кемде лә көсләмәне тип белдерә  уҡытыусылар.
Белем усағына ингәс ир бүлмәләрҙе ҡарап сыға. Был ваҡиға тулыһынса видеокүҙәтеү ҡоролмаһына яҙыла. Мәктәп етәкселеге әйтеүенсә, билдәһеҙ кеше бинала оҙаҡ булмай. Видеокүҙәтеү яҙмаһында уны күреүгә полиция хеҙмәткәре саҡырыла. Ир ҡулға алына, ә хәүефһеҙлек өсөн яуап биреүсе һаҡсылар эштән бушатыла. Был мәктәп етәкселеге версияһы.
Күңелһеҙ осраҡтан һуң хәүефһеҙлек өсөн бар ишектәргә лә электрон асҡыстар ҡуйылған. Аҙым һайын тиерлек видеокүҙәтеү ҡоролмалары урынлаштырылған. Уҡытыусылар ҡыҙҙы көсләү булманы, хәүефһеҙлек тәьмин ителгән тиһә лә, уның әсәһе киреһен иҫбатлай. Ул һөйләүенсә, иҫерек ир интернатҡа ингәс балаларҙың бүлмәһенә йүнәлә. Уларҙы ҡарап сыҡҡас, кейемен сисеп мөмкинлеге сикләнгән ҡыҙ эргәһенә ята. Уның да эске кейемдәрен сисә.
Тәфтиш комитетында белдереүҙәренсә, күңелһеҙ ваҡиға теркәлгәс, директор  видеояҙманы юйып маташа. Республика коррекция мәктәп етәкселеге иһә  дәлилде  инҡар итә. Шулай ҙа ваҡиға буйынса тәфтишселәр тикшереү алып бара.
Светлана Абрамова, Рәсәй тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһенең өлкән ярҙамсыһы:  «Интернат директоры үҙенең вәкәләте менән файҙаланып, енәйәт эшен йәшереүҙә ғәйепләнә. Уға ҡарата енәйәт эше асылған. Тәфтишселәр фаразлауынса, директор был осраҡтың  таралыуынан ҡурҡып, хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итмәй. Бынан тыш, үҙенең ҡул аҫтындағыларға ла полицияға мөрәжәғәт итеүҙе тыйған. Закон вәкилдәрен дә алдан иҫкәртеп ҡуйған».
Ваҡиға Өфөлә Виолетта Токарчук менән бәйле ҡурҡыныс енәйәт көнөнә тап килә. Ул ваҡытта бар иғтибар ошо енәйәткә йүнәлтелгән була. Тәфтишселәр белдереүенсә, йәмәғәтселек тәнҡитенән ҡурҡып белем биреү учреждениеһы етәксеһе көсләргә маташыуҙа ғәйепләнеүсенең эҙен йыуырға маташа. Директорға ҡарата енәйәт эше асылған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку