Билдәһеҙ өс кеше Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Фәрит Мусиндың ғаиләһенә һөжүм иткән

Билдәһеҙ өс кеше Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Фәрит Мусиндың ғаиләһенә һөжүм иткән 23.09.2016

Енәйәт ҡылыусылар етәксе йәшәгән йортҡа баҫып инә һәм уның ҡатынына ҡул күтәреп биш мең һумды урлап ҡаса. Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был хәл 22 сентябрҙә киске сәғәттәрҙә теркәлә. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Асыҡланыуынса, һөжүм итеүселәр ҡатындың башына сүкешкә оҡшаған әйбер менән һуҡҡан. Йәрәхәтләнеүсегә  медицина  ярҙамы талап ителгән. Был ваҡытта район башлығы өйҙә булмай. Полиция хеҙмәткәрҙәре әле тикшереү алып бара.  

.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика