Билдәһеҙ кешеләр пенсия таратыусы почтальон ҡатындың ғүмерен ҡыйҙы

Билдәһеҙ кешеләр пенсия таратыусы почтальон ҡатындың ғүмерен ҡыйҙы 22.08.2016

Осраҡ 20 августа Ҡырмыҫҡалы районының Ибраһим ауылында теркәлгән.  Иртә менән ауылға килгән хат ташыусылар алдан билдәләнгән адрестар буйынса пенсия тарата башлай. Әммә уларҙың берәүһе килешелгән ваҡытҡа почта машинаһы янына  әйләнеп килмәй. Хафаға ҡалған хеҙмәттәштәре был хаҡта райондың дежур бүлегенә  хәбәр итә. Бер аҙҙан ҡатындың кәүҙәһе  ауыл янындағы урманда табыла.

Дамир Сабирйәнов, тәфтиш комитеты идаралығының  Өфө  район-ара тәфтиш бүлеге етәксеһе: «Ваҡиға урынынан сумка менән 900 мең һум аҡса  юғалды. Әлеге ваҡытта енәйәт эше ҡуҙғатылды, үлтереүселәрҙең шәхесен асыҡлау буйынса эш алып барыла».
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының  матбуғат һәм йәмәғәт бәйләнештәре бүлеге етәксеһе Максим Родионов әйтеүенсә, тикшереү барышында һәләк булыусының эш шарттары ла иғтибар үҙәгенә алынасаҡ.
Почтальонды үлтереү осрағын  Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы һәм ведомствоның Өфө ҡалаһы буйынса идаралығы  тикшереү алып бара, енәйәттең сәбәптәре һәм ниндәй шарттарҙа ҡылыныуы асыҡлана.
Һәләк булған хат ташыусының ике балаһы - армияла хеҙмәт иткән улы һәм бәлиғ булмаған ҡыҙы ҡалған. Федераль почта хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡатындың ҡыҙы 18 йәше тулғансы матди ярҙам аласаҡ.
Борис Слуцкий, федераль почта хеҙмәте Башҡортостан буйынса идаралығының йәмәғәт бәйләнештәре бүлеге етәксеһе: «Бөтә коллектив менән хеҙмәттәшебеҙҙең яҡындарының оло ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Ғаиләһенә уны  ерләшеүҙә ярҙам күрһәтеләсәк. Бәлиғ булмаған ҡыҙына ай һайын  матди  ярҙам бүлеү хаҡында ҡарар ҡабул ителде».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку