Бетон ташыусы йөк автомобиле йәмәғәт транспорты туҡталышына ҙур зыян килтерҙе 11.10.2014

Юл-транспорт фажиғәһе бөгөн  иртән баш ҡаланың Менделеев урамында теркәлде. Бәхеткә күрә, кешеләр араһында йәрәхәт алыусылар юҡ. Шаһиттар әйтеүенсә, аварияға транспорт сараһының  туҡтатыу ҡоролмаһы сәбәпсе булыуы ихтимал. Шул уҡ ваҡытта бәғзеләр  фура тауҙан үҙе өйөп төшкән тигән фекерҙә. Ғәҙәттән тыш хәлдә шулай уҡ Лада Приора автомобиле лә зыян күргән. Уның водителе салонда ултырған ике йәшлек балаһын мөғжизә менән генә ҡотҡарып ҡалған.

.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика