Бер йыл элек Санкт-Петербургта урланған сит ил маркалы автомобиль Дүртөйлө районында табылды 26.02.2015

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоусы «Ниссан»ды  инспекторҙар  туҡтата. Руль артындағы 32 йәшлек ирҙең машинаға бер ниндәй ҙә документтары булмай.

Иномарка штраф туҡталҡаһына ҡуйыла. Тикшереү барышында, машинаның дәүләт теркәү номерҙары Ленинград өлкәһендәге   икенсе транспорт сараһыныҡы булыуы, ә «Ниссанда»ғы завод номерҙарының   үҙгәртелеүе асыҡлана. «Ниссан» автомобиле 2013 йылда Санкт-Петербург ҡалаһының Выборг районынан урланған.  Машина хужаһына автомобиленең табылыуы тураһында хәбәр ителгән. Дүртөйлө районында йәшәүсе ир полиция хеҙмәткәрҙәренә  тимер атты арзан хаҡҡа интернет аша һатып алыуын һәм уның  документтары юҡлығын белмәүен әйтә. Әле тәртип һаҡсылары уның машина урлауҙа һәм номерҙарҙы үҙгәртеүҙә ҡатнашлығы булыу-булмауын тикшерә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика