Бер нисә сәғәт эсендә республикала өс авария теркәлде

Бер нисә сәғәт эсендә республикала өс авария теркәлде 16.12.2015

Һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр бар. Юл фажиғәләренең сәбәбе насар һауа шарттарына бәйле.  

Өфө – Белорет автомобиль юлының 163-сө километрында «ВАЗ» һәм «Хундай» автомобилдәре бәрелешкән. Ике кеше етди йәрәхәттәр алған. 14-се модель автомобиле ҡайтанан сафҡа индереүгә яраҡһыҙ. Осраҡ сәбәптәре асыҡлана.

Ҡырмыҫҡалы районында теркәлгән авария эҙемтәләре айырыуса аяныслы. «Иж» һәм «Богдан» автомобилдәре бәрелешүе һөҙөмтәһендә ике водитель дә һәләк булған.

Тағы ла бер кешенең ғүмере Өфө районының Дмитриевка ауылында өҙөлә. Бында «Лада Гранта» менән «Мазда» автомобиле бәрелешә. Фажиғә сәбәптәре әлегә билдәһеҙ. Юл инспекторҙары водителдәрҙе иғтибарлыраҡ булырға саҡыра.  


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку