Бер нисә сәғәт элек Өфөлә «Нефаз» пассажир автобусы Юғары Суд ҡаршыһындағы бетон бағанаға төкөнө

Бер нисә сәғәт элек Өфөлә  «Нефаз» пассажир  автобусы Юғары Суд ҡаршыһындағы бетон бағанаға төкөнө 06.11.2015

31 се маршрут буйынса хәрәкәт итеүсе транспорт сараһы ҡапыл үҙ һыҙатынан сығып «Рено Дастер» автомобиленә бәрелә, уны тротуарға һөйрәп сығара һәм бетон бағанаға ҡуша ҡыҫа. Автомобиль водителенә ашығыс ярҙам килгәнсе үк ваҡиға шаһиттары ярҙам итеп өлгөрә.

«Рено» машинаһында ултырыусы пассажир һәм автобус водителе зыян күрҙе. Табиптар уларҙың хәлен уртаса ауырлыҡта тип баһалай. Йәрәхәтләнеүселе 22-се дауаханаға оҙатылды. Водитель әйтеүенсә, юлда китеп барышлай уның ҡапыл күҙ алды ҡаранғыланып, иҫке юғалтҡан. Бағанаға бәрелгәс кенә аңыма килдем тип аңлатма бирҙе йәмәғәт транспорты  менән идара итеүсе. «Нефаз»да был ваҡытта бер нисә пассажир ғына була. Төптә, салонда ултырғанға күрә,  улар ҡурҡырға ла өлгөрмәй ҡала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку