Бер  миллион ярым һумлыҡ 53 тонна яғыулыҡ-майлау материалы урланған 29.07.2015

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының баш тәфтиш идаралығы Өфөлә ойошҡан төркөм тарафынан нефть продукттары торба үткәргесенән яғыулыҡ-майлау материалдары урлау  осрағы буйынса енәйәт эшен тикшереүҙе тамамланы.

Федераль именлек хеҙмәте идаралығы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә уҙғарылған оператив саралар барышында  Өфөлә йәшәүсе 47 йәшлек ирҙең ҡаланың  Орджоникидзе районы биләмәһендә ер аҫты нефть үткәргесен законһыҙ рәүештә киҫеп, уны   350 метр алыҫлыҡтағы сәнәғәт базаһы биләмәһендә урынлашҡан ангар менән тоташтырыуы асыҡлана. Үҙенең өс әшнәһе менән бергә ул нефть үткәргестән дизель яғыулығы урлай, артабан шыйыҡса цистерналарға тултырылып һатыуға оҙатыла. Тикшереү мәғлүмәттәре буйынса, бер  миллион ярым һумлыҡ 53 тонна яғыулыҡ-майлау материалы урлана.

Хоҡуҡ һаҡсылары уғрыларҙы сираттағы партия дизель яғыулығы урларға маташҡанда ҡулға ала. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса төркөмдө ойоштороусы  нефть үткәргесте боҙоу, ойошҡан төркөм менән ҙур күләмдә урлашыуҙа һәм урлашырға  маташыуҙа ғәйепләнә. Уның әшнәләре шулай уҡ айырыуса ҙур күләмдә урлашыу өсөн яуап бирәсәк. Енәйәт эше судҡа ебәрелгән.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика