Бер кемгә лә тынғылыҡ бирмәгән үҫмер

Бер кемгә лә тынғылыҡ бирмәгән үҫмер 22.08.2017

Ҡырмыҫҡалы районы Һарт-Наурыҙ ауылы халҡы бер йылдан ашыу ҡурҡып йәшәргә мәжбүр. Барыһына ла бәлиғ булмаған бала ғәйепле. Мәктәп йәшендәге үҫмер бер нисә автомобилде ҡыуып алып китергә, ҡайһы бер хужаларҙың скутерына, велосипедына һәм башҡа әйберҙәренә «айыу майы» һөртөргә өлгөргән. Транспорт сараһы менән бәйле һуңғы осраҡ кисә теркәлгән. Был юлы үҫмер урланған  алтынсы модель ВАЗ автомобилендә аварияға тарыған. Ни өсөн ҡылынған енәйәттәр фашланһа ла, еңел табыш артынан ҡыуыусы һаман да иректә йөрөй?

Һарт-Наурыҙ ауылында йәшәүселәр уҡыусы балаға ҡаршы нисек көрәшергә лә белмәй. Ирҙәр тотоп кәрәген бирерҙәр ине лә бит,  һуңынан йорт-ҡураларының янып китеүенән ҡурҡа. Ир-аттар әйтеүенсә, бындай осраҡ бер тапҡыр теркәлгән дә инде. Хужаларҙың береһе үҫмерҙе шелтәләгән өсөн генә шул уҡ төндә өйһөҙ ҡалған. Әммә тотолмаған бур түгел тигәндәй, белгестәр уттың нисек сығыуын асыҡлай алмаған. Бынан тыш, ауылда йәшәүселәр автомобилдәрҙең йыш урланыуына ла ризаһыҙлыҡ белдерә. Һуңғы осраҡ кисә Халиҡовтар ғаиләһендә теркәлгән. Уларҙың ВАЗ автомобиле күҙ менән ҡаш араһында юҡ булған. Һуңынан билдәле булыуынса, транспорт сараһын әлеге лә баяғы 16 йәшлек үҫмер ҡыуып алып киткән.
Үҫмер урланған автомобилдә йыраҡ китеп өлгөрмәй. Сығып барған да уҡ ҡапҡаға бәрелә, һуңынан өй аша торған гаражға һуғыла. Транспорт сараһы ҙур зыян күрә, ә ваҡиға урынын ташлап ҡасҡан уҡыусыны полиция хеҙмәткәрҙәре бер нисә сәғәттән ҡулға ала. Әммә шул уҡ көндө үҫмер бер ни булмағандай йәнә ауылға ҡайтып төшә.  
Бер йыл элек үҫмер Рауиловтарға ла ҙур зыян килтерә.   Ул ғаиләнең күҙ терәп торған етенсе модель ВАЗ автомобиленә «айыу майы» һөртә. Был юлы ла енәйәт ҡылыусы юл-транспорт фажиғәһенә эләгә. Тикшереү һөҙөмтәләре Жигулиның 80 процентҡа зыян күреһен күрһәтә.  
Был осраҡ буйынса хужалар үҫмерҙе яуапҡа тарттырған. Суд ҡарары буйынса, ул 220 сәғәт мәжбүри эшкә йәлеп ителә һәм зыян күргән ғаиләгә 40 мең һум күләмендә аҡса ҡайтырға тейеш була. Әммә байтаҡ ваҡыт үтһә лә Рауиловтар тейешле аҡсаларын һаман да күрә  алмай. Суд приставтары үҫмерҙең тартып алырлыҡ мөлкәте  юҡ тип кенә яуап ҡайтарған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку