Белоретта юл-транспорт фажиғәһе һөҙөмтәһендә бер кешенең ғүмере өҙөлдө

Белоретта юл-транспорт фажиғәһе һөҙөмтәһендә бер кешенең ғүмере өҙөлдө 29.08.2014

Авария киске сәғәт 11-селә теркәлә. Скутер менән идара итеүсе 20 йәшлек егет Блюхер урамында «Мицубиши» маркалы автомобилгә төкөлә.

Бәрелеш һөҙөмтәһендә ул ҡаршы һыҙаттан килгән «КамАЗ» аҫтына барып инә. Йөк машинаһы водителе, бәхетһеҙ осраҡты кисектерергә теләп, тротуарға сығырға мәжбүр була һәм автобус туҡталышына төртөлә. Фажиғәлә скутер водителе һәләк була, уның 17 йәшлек пассажиры ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. Әле бәхетһеҙ осраҡтың сәбәптәре асыҡлана.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика