Белореттағы фажиғәгә ремонт эштәре ваҡытында тәбиғи газ сығып тороуы сәбәпсе булған

Белореттағы фажиғәгә ремонт эштәре ваҡытында тәбиғи газ сығып тороуы сәбәпсе булған 30.01.2017

Бөгөн көндөҙ  Федор Алексеев урамындағы күп фатирлы торлаҡ йортта шартлау яңғыраны. Ғәҙәттән тыш хәлдә бер кеше һәләк булған, ике кеше зыян күргән. Уларҙың береһе ауыр хәлдә реанимацияға һалынған.

Шартлау Белорет ҡалаһының федор алексеев урамындағы 37 һанлы йорттоң фатирҙарының береһендә,төш ваҡытында теркәлде. Көслө янғын сыҡты. Утты һүндереүгә 8 берәмек технәка һәм 19 янғын һүндереүсе йәлеп ителгән. Ярты сәғәт эсендә ут һүндерелгән. Ҡыҙғанысҡа бәхетһеҙ осраҡ һөҙөмтәһендә фатир хужаһының ғүмере өҙөлгән. Уның 27 йәшлек ҡыҙы һәм ремонт эштәрен башҡарыусы ир төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған.

Тикшереү барышында фатирҙа көнкүреш техникаһы, аныҡлап әйткәндә  һыуытҡыс ремонтланыуы билдәле.был эштәрҙә  газ ҡулланылған. ҡоролманы файҙалыныу ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоу бәхетһеҙ осраҡтың төп сәбәбе тип фаразлана

Ҡотҡарыусылар фекеренсә шартлау торлаҡ йортҡа ҙур зыян килтерәгән.емерелеү хәүефе юҡ.шулай ҙа шартлау эҙемтәләрен махсус комиссия тикшерәсәк.әлегә подъездағы 20 ләгән фатирҙа йәшәүселәр тулыһынса эвакуацияланған

Башҡортостанда ғинуар айында бындай ғәҙәттән тыш хәл осраҡтары беренсе тапҡыр ғына теркәлмәй.  2011 йылда Өфөләге "Европа" сауҙа-күңел асыу үҙәгендә көслө янғын сығыуы һөҙөмтәһендә ике кешенең ғүмере өҙөлдө һәм унға яҡыны зыян күрҙе. Ут бинаның икенсе һәм өсөнсө ҡаттарын ялмап алды. Һуңынан һәләкәт урынында көнкүреш газы шартлауы билдәле булды.  

2012 йылда Бәләбәй районы Приют ҡасабаһында газ шартлауы арҡаһында ике ҡатлы йорт емерелде. Фажиғәлә биш кешенең ғүмере өҙөлдө, 16 ғаилә йортһоҙ ҡалды.

2014 йылда  Яңауыл ҡалаһының Совет урамындағы 2-се йортта газ баллоны шартлау һөҙөмтәһендә биш кеше һәләк булды һәм тиҫтәләгәне зыян күрҙе.  Тикшереүҙәр барышында ремонт өсөн алын­ған 12 литрлыҡ газ баллонынан сығып торған газ, һауа менән ҡатнашып, шартлауы асыҡланды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку