Белорет районының «Ирәкташ» ҡаяһынан осоп төшкән альпинистың хәле бер аҙ яҡшырған

Белорет районының «Ирәкташ» ҡаяһынан осоп төшкән альпинистың хәле бер аҙ яҡшырған 30.09.2017

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, туристар араһында «Инйәр теше» тип йөрөтөлгән ҡаянан үткән аҙна шәмбе Екатеринбургтан килгән 31 йәшлек ир осоп төшөп төрлө тән йәрәхәттәре алғайны. Уға Белорет район үҙәк дауаханаһында медицина ярҙамы күрһәтелә. Ә уның менән бергә ҡолаған ҡыҙ ваҡиға урынында һәләк була. «Ирәкташ»ҡа илткән юл ни тиклем хәүефле, ни өсөн халыҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен инҡар итә?

Иван Балясов Ирәкташҡа илткән юлды биш бармағылай  белә. Аҙнаһына ул ике-өс ҡабат барып урай. Туристар араһында киң билдәлелек яулаған тәбиғәт мөйөшөн күрергә теләүселәр күп, барыуы ғына ҡатмарлы, ти ул. «ГАЗ-66» кеүек ҡеүәтле техникаға ла бындай юлдарҙы йырып сығыу ҙур ҡаршылыҡ.
Тирлән ҡасабаһынан Ирәкташҡа 30 саҡрым. Шуның 26 километрын беҙҙең ижади төркөм техникала үтте. Юл буйында  ҡасандыр гөрләп торған, хәҙер бер йорт ҡына ҡалған Мәҫәле ауылы ла осраны. Йәйәүлеләр һуғылмай уҙа, аҙашһалар кире боролоп киләләр, ти йорт хужаһы.
Өс саҡрым юлды йәйәүләп үткәндән һуң, Ирәкташ, йә иһә туристар телендә әйтелгән «Инйәр тештәре»нә юлығаһың. Ябай тел менән аңлатҡыһыҙ хозур тәбиғәт мөйөшө. Ә был ғәҙәттән тыш хәл урыны. 20 метр бейеклектән 25 йәшлек ҡыҙ ҡолап урында уҡ йән бирә.
Бәхетһеҙ осраҡ үткән шәмбелә теркәлә. Ваҡиға урынына ҡотҡарыусылар биш-алты сәғәт үткәс кенә килә. Ҡыҙҙың кәүҙәһен улар урынынан ҡуҙғатмай тәфтишселәр көтөп төн үткәрә. Ҡаянан ҡолаған ирҙе осраҡлы туристар дауаханаға алып китә. .
Владимир Темашев, авария-ҡотҡарыу хеҙмәте етәксеһе: «Шаһиттар тәү ярҙам күрһәтеп егеттең ғүмерен ҡотҡарып алып ҡала. Тиҙ генә носилка эшләйҙәр. Ҡотҡарыусылар килеүен көтөп ултырыу дөрөҫ булмаҫ ине. Шаһиттарға беҙ генә түгел, зыян күреүсе лә рәхмәтле».
Әйткәндәй, был Ирәкташтағы тәүге бәхетһеҙ осраҡ түгел. Бынан ике йыл элек ҡая-таштарға илткән юлда ғәйеп булған егет әлегәсә табылмаған. Фараз өсөн сәбәптәр ҙә табылмаған. Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте мәғлүмәттәренә ярашлы, ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына йылына республика буйынса тик 10-15 кеше генә ҡайҙа барасаҡтары хаҡында хәбәр итә. Рәсми теркәү туристарҙың хәүефһеҙлеген күҙ уңында тота. Әгәр тейешле ваҡытта бәйләнешкә инмәгән осраҡта ҡотҡарыусылар хеҙмәте үҙ сараһын күрә. Ҡатмарлы тәбиғәт шарттарында үҙеңә генә ышаныу етмәй, ти ҡотҡарыусылар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку