Белорет районында юғалған Вадим Классенды эҙләү туҡтатылған 19.07.2015

Был турала республиканың авария-ҡотҡарыу хеҙмәтенән хәбәр итәләр.  Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өс аҙна самаһы дауам итәкән эҙләнеү эштәре бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирәмәгән.  

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ,  25 июндә Вадим Классен дуҫтары менән Белорет районындағы Урал тауҙың Инйәр тештәре һыртына походҡа сыға.  Әммә туристар өйҙәренә ҡайтҡас егетте урманда ҡалдырып китеүҙәре тураһында ҡотҡарыусыларға хәбәр итә. Бының сәбәбен улар Вадимдың аяғын өйкәтеп атлай алмауы менән аңлата. Эҙләнеү эштәре барышында ҡотҡарыусылар һәм ирекмәндәр 174 километрҙан ашыу майҙанды етди тикшереп сыҡҡан. Әммә улар егетте бер ҡайҙа ла  тап итә алмаған.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика