Аҙна яңылыҡтары. Белорет районында вертолетта ҡолап фажиғәле һәләк булған ике яҡташыбыҙҙы һуңғы юлға оҙаттылар

Аҙна яңылыҡтары. Белорет районында вертолетта ҡолап фажиғәле һәләк булған ике яҡташыбыҙҙы һуңғы юлға оҙаттылар 07.05.2017

Летчик-күҙәтеүселәр   Дамир Шәймөхәмәтов Асҡын районында,  Айҙар Йәнгиров Борай районында ерләнде. Егеттәрҙең икеһе лә эшкә генә тип сығып китеп өйгә кәүҙәләре генә ҡайтты. Икеһенең дә бәләкәй балалары, ә Дамирҙың ни бары алты айлыҡ ҡына улы етем ҡалды. Бәләкәй вертолет урман янғындарын күҙәтеү барышында Белорет районының Дубинин ауылы янында ҡолап төшкән. Салонда өс кеше була. Яҡташтарыбыҙға ла, күрше төбәктә йөшәүсе пилотҡа ла үлемдән ҡотолоу мөмкин булмай.

Робинсон вертолеты бәләкәй генә һәм тәпәштән генә  ҡолап төшкәндә лә сәлперәмә килер төҫлө. Белгестәр әлегә дүрт фаразды тикшерә. Вертолеттың техник төҙөкһөҙлөгө, һауа шарттары, пилот хатаһы һәм яғыулыҡтың сифаты насар булыуы. Миңә ҡалһа, Ямантауҙың тәьҫирен дә өҫтәргә кәрәк. Авиаһәләкәт боронғолар уттан ҡурҡҡандай ситләтеп үткән яманатлы тауҙан йыраҡ түгел генә теркәлде. Хәйер, әле лә тау тирәләй имеш-мимештәр, серле хәбәрҙәр күп йөрөй.
Вертолет һауаға күтәрелгәнгә тиклем төшөрөлгән һуңғы видеокадрҙар. Ғәҙәти эш көнө, бригада сираттағы рейдҡа әҙерләнә. Ләкин бер нисә сәғәттән һуң урман янғындарын күҙәтеүселәр менән бәйләнеш өҙөлә.
Юғалған вертолетты эҙләргә сыҡҡан ҡотҡарыусылар тимер ҡалдыҡтарын ғына таба. Вертолетта ултырыусы өс кеше һәләк була.
Дамир Шәймөхәмәтовтың беҙҙең каналға биргән һуңғы интервьюһы. Бер нисә көндән һуң уның үлеме тураһында видеояҙма әҙерләрбеҙ тип бер генә хәбәрсе лә уйламағандыр. Ихлас, үҙ эшен яратып башҡарған йәш хеҙмәткәргә ни бары 28 йәш кенә ине. Күптән түгел икенсегә атай булған Дамирҙың дүрт йәшлек ҡыҙы һәм алты айлыҡ ҡына улы ҡалды.
Кейем элгестә әле генә сисеп ҡалдырып киткән төҫлө пинжәге, өҫтәлдә асыҡ ҡалған блокнот һәм ручка. Бортта булған икенсе летчик-күҙәтеүсе Айҙар Йәнгиров унда иртәнге оперативканан һуң көн тәртибендә башҡарыласаҡ мөһим эштәрҙе теркәгән. Ләкин ниәтләнгән эштәр тормошҡа ашып өлгөрмәй.
Әлегә авиаһәләкәттең сәбәптәре тураһында әйтергә иртәрәк. Эксперттар төрлө версияларҙы ҡарай. Улар араһында техниканың төҙөкһөҙлөгө, яғыулыҡтың сифатһыҙ булыуы, насар һауа торошо һәм пилот хатаһы тигән фараздар тикшерелә.
Штурвал артындағы Олег Никитиндың егерме йылдан  ашыу пилот  тәжрибәһе булған.  Күктә 11 мең сәғәт осош яһаған һәм шуларҙың 4 меңе робинсон вертолетында. Әйтергә кәрәк, осоу аппараты ғинуарҙа ғына капиталь ремонт үткән була.
Борис Шәнгәрәев, осоштарҙы  ойоштороу буйынса директор урынбаҫары: «Үҙ эшенең оҫтаһы ине ул. 90-сы йылдарҙа эшкә килде, шул ваҡыттан алып яҡшы аралаштыҡ. Фажиғәғә асыҡлыҡты, махсус ойошторолған дәүләт ара авиация комитеты индерер».
Тап ошо комиссия яғыулыҡ сифатын, пилоттың осошҡа әҙерлеген һәм башҡа фажиғәгә тәьҫир итерлек сәбәптәрҙе асыҡлаясаҡ.
Ваҡиға урынында тәфтишселәр эшләүен дауам итә. Вертолет ҡолап төшөү осрағы буйынса енәйәт эше асылды. Уны Рәсәй тәфтиш комитетының Волга буйы транспорт тәфтише идаралығы алып бара.
Лайт Эйр компанияһы осоу аппараттарының ғәҙәттән тыш хәлдәргә осрауы беренсегә генә түгел. Былтыр февралдә генә  АН-2 самолеты ҡолап төшөп, борттағы өс кешенең ғүмере өҙөлгәйне.  Бер йыл элек робинсон вертолеты Өфө янында ҡолап тигәндәй төшә, тағы ла ошо уҡ авиакомпанияның осоу аппараты Мәләүез районында мәжбүри ултырыш яһай. Был осраҡтар авиакомпанияның эшенә лә һорау тыуҙырыуы ихтимал.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку