Белорет районы Инйәр ауылынан еңел атлетика тренеры, ике бала әсәһе Гүзәл Строкина мәрхәмәтле замандаштарыбыҙға мөрәжәғәт итә

Белорет районы Инйәр ауылынан еңел атлетика тренеры, ике бала әсәһе Гүзәл Строкина мәрхәмәтле замандаштарыбыҙға мөрәжәғәт итә 05.02.2018

Былтыр  йәй уға талпан   ҡаҙалып, энцефалит менән ауырып китә. Һөҙөмтәлә уны фалиж һуға. Ярты йыл самаһы ваҡытын дауаханала үткәреп, аяҡҡа баҫтым тигәндә, йәнә бер һынау. Ғинуар аҙағында ғаиләнең «Әсәлек капиталы»на һатып алған  йорто янып көлгә әйләнә.

11 йыл балаларҙа  еңел атлетикаға һөйөү тәрбиәләүсе уҡытыусы әле үҙе ауыр хәлдә. Уң ҡулы хәрәкәтһеҙ, уң аяғы аҡһай, телмәре  боҙолған. Әммә рухы һынмаған, күҙҙәрендә өмөт сатҡылары балҡый. Иң ҙур  теләгем яңынан саңғыға баҫыу,- ти Инйәр спорт мәктәбе тренеры Гүзәл Строкина. Ике бала әсәһе  һис көтмәгәндә бәләгә тарый. Тәбиғәт ҡосағында ял иткәндә терһәгенә талпан ҡаҙала.
Талпан энцефалитлы булып сыға. Травпунктта ҡаҙатҡан иммуноглобуллиндың да ярҙамы теймәй.  Йәй аҙағында, баҫҡан урынында осҡон сығарып торған ханым, ҡаты итеп ауырый башлай. Комаға китә. Яҡты донъяға 10 көн үткәс кенә күҙен аса. Табиптар хафаландырғанда  ла , әсәһе Гөлнара Фәйзуллина өмөтөн юғалтмай.
Гөлнара Фәйзуллина әле  ҡыҙын тәрбиәләү менән шөғөлләнә. Массаж эшләй. Табиптарға йөрөтә. Маҡсаты ҡәҙерлеһен элекке хәлгә ҡайтарыу.  Көсөн дә, аҡсаһын да йәлләмәй. Матди яҡтан ғына ғаиләнең хәле сикле.
Өфөлә реабилитация үткән арала Гүзәл һәм уның яҡындары йәнә бер бәхетһеҙлеккә тарый. 23 ғинуарға  ҡарай төндә «Әсәлек капиталы»на алынған  йорто янып көлгә әйләнә.
Строкиндар был йортто бер йыл самаһы элек алған була. 6 ай  ғына йәшәп өлгөрәләр. Мөлкәт страховкаланмаған.
Янғын һүндереүселәр фаразлауынса, өйгә ут төрткән булыуҙары ихтимал. Әле осраҡ буйынса тикшереү дауам итә
Белорет районы Инйәр ауылында йәшәүсе Строкиндар  ғаиләһенә һеҙ ҙә ярҙам итә алаһығыҙ.

ГҮЗӘЛ ҒАЯЗ ҠЫҘЫ СТРОКИНА
ҺАҠЛЫҠ БАНКЫ КАРТАҺЫ ИҪӘБЕ:
2202 2003 0152 9010
БӘЙЛӘНЕШ ӨСӨН ТЕЛЕФОН: 8 963 135 16 41  - ГӨЛНАРА ФӘЙЗУЛЛИНА (ӘСӘҺЕ)

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку