Белорет ҡалаһында юғалған Яна Перчаткинаның кәүҙәһе табылды

Белорет ҡалаһында юғалған Яна Перчаткинаның кәүҙәһе табылды 01.06.2017

Тәфтишселәр баштан уҡ тиҫтәгә яҡын версияны тикшерә һәм уларҙың береһе дөрөҫ булып сыға. Бала үлтерелгәндән һуң, Фурманов урамындағы ихаталарҙың береһендә баҙҙа йәшерелгән була.

3  май Белоретта Яна Перчаткина юғалған тигән хәбәр бар республика халҡын аяҡҡа баҫтырҙы тиергә мөмкин. Меңгә яҡын кеше икенсе синыф уҡыусыһын эҙләүҙә ҡатнаша. Ҡоҙоҡтарҙан башлап урман-йылға буйҙары, шәхси ихаталар - меңгә яҡын объект ҡарала. Ҡаланың Октябрьский биҫтәһендә ҡуйылған тиҫтәнән ашыу видеокүҙәтеү ҡоролмаларының яҙмалары тикшерелә. Һәм ниһайәт, сәйер «Газель» автомобиле полиция хеҙмәткәрҙәренең күҙенә салына. Водителдең өйөнә юлланыу ҙа һөҙөмтәле үтә. 38 йәшлек ир бәләкәй баланың кәүҙәһен баҙында йәшереп тотҡан.
Светлана Абрамова, Рәсәй тәфтиш  комитетының башҡортостан буйынса  идаралығы етәксеһенең өлкән  ярҙамсыһы: «Әлеге мәлдә ваҡиға урынында тәфтишселәр  эшләй. Ҡулға алыныусынан һорау алына. Ҡыҙҙың үлеме криминалға бәйле, һүҙ юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында бармай».
Билдәле булыуынса, ғәйепләнеүсе быға тиклем енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырылмаған. Бер ҡайҙа ла эшләмәй.  Балалары юҡ. Әйткәндәй, быға тиклем тәфтишселәр меңгә яҡын йорт ихатаһын тикшереп сыға.
Евгений Савельев, Рәсәй тәфтиш  комитеты башҡортостан буйынса  идаралығының криминалистика бүлеге етәксеһе: «Баланы ҡараған мәлдә, ҡыҙҙың  тәнендә яралар булыуы асыҡланды. Бигерәк тә, башында. Үлеү сәбәбе - суд-медицина экспертизаһынан һуң билдәле буласаҡ».
Ҡыҙҙың иҫән булмауы - яҡындары өсөн оло ҡайғы. Улар һуңғы минутҡаса уның табылырына ышана. Баланың  әсәһе  дөрөҫтө  һөйләйме юҡмы икәне детекторҙа тикшерелә, үгәй атаһынан ДНК анализы алына. Сөнки ирҙең тиҙ арала Өфөгә юлланырға йыйыныуы ла шик тыуҙырған була. Тәфтишселәр Яна Перчаткинаның юғалыуына бәйле барлығы  ун версияны тикшерә. 600 кешенән һорау ала.
Ысынлап та, ҡыҙ өйҙән ҡасмаған. Уның ғүмере өҙөлгән. Бөгөн Янаның өләсәһе менән бәйләнешкә ингәндә лә, ул үкһеп илауҙан беҙҙең менән аралаша алманы. Әммә водитель тигән һүҙҙе бер нисә ҡат ҡабатланы. Ғәйепләнеүсенең ҡулға алыныуы ғына баланың яҡындарының күңелен тынысландыра алмаҫ шул...

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика