Белорет ҡалаһында ике тәүлек элек хәбәрһеҙ юғалған Яна Перчаткина һаманғаса табылмаған 05.05.2017

Бөгөн иртән ҡыҙ баланы эҙләүгә  450-ләп кеше йәлеп ителде. Урындағы һәм күрше төбәктәрҙән килгән полиция хеҙмәткәрҙәренә ирекмәндәр ҙә ҙур ярҙам күрһәтә. Улар тағы ла бер тапҡыр ҡала урамдарын, шәхси секторҙа урынлашҡан йорттарҙы, йылға һәм урман буйҙарын ентекләп ҡарап сығасаҡ. Халыҡ күпләп йөрөгән ерҙәрҙә юғалған ҡыҙҙың фотоһүрәте төшөргән иғландар эленгән. Эҙләү эштәрендә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла Янаның имен-һау табылырына ышана.

Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, юғалған ҡыҙҙы һуңғы тапҡыр мәктәп янындағы магазинда күргәндәр. Әле полиция хеҙмәткәрҙәре сауҙа йортондағы камера яҙмаһын өйрәнә. Бер үк ваҡытта уҡытыусылар Янаның кешегә тиҙ ышаныусан булыуын, тиҫтерҙәре менән әллә ни аралашып бармауын билдәләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика