Белорет ҡалаһында 22 һәм 23 йәшлек ике егет ҡулға алынды

Белорет ҡалаһында 22 һәм 23 йәшлек ике егет ҡулға алынды 23.03.2015

Улар февраль башында хәбәрһеҙ юғалған Айгөл Йәһүҙина менән Екатерина Каретникованы үлтереүҙә ғәйепләнә. Әхирәттәрҙең ғәйеп булыуы тураһында хәбәр менән полицияға әсәләрҙең береһе мөрәжәғәт итә.

Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла. 19 мартта үҙ ғәйептәрен танырға теләп урындағы тәфтиш комитетына ике егет килә. Асыҡланыуынса, ул төндә  ҡыҙҙар таныш булмаған егеттәр менән автомобилдә спиртлы эсемлектәр эсә. Һуңғараҡ компания ҡала пляжы яғына юллана.  23 йәшлек ғәйепләнеүсенең мәғлүмәттәре буйынса, яҡындағы урман эсендә ул ҡыҙҙарҙың береһе менән енси мөнәсәбәткә инә. Әммә гүзәл зат вәкиле көсләнеү тураһында ғариза  менән полицияға мөрәжәғәт итәсәген белдерә. Яуаплылыҡтан ҡурҡҡан егет ҡыҙҙы ағас таяғы менән туҡмап үлтерә.  Артабан ул дуҫы менән автомобилдә ҡалған икенсе ҡыҙҙы ла көсләй. Енәйәттән ҡасыу өсөн ҡыҙмаса егеттәр был ҡыҙҙың да ғүмерен ҡыя.  Үле кәүҙәләрҙе улар ҡар аҫтына күмеп китә. Әле осраҡ буйынса тикшереү башланған. Ике ғәйепләнеүсе лә ҡулға алынған.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика