Беҙҙең редакцияға насар шарттарҙа йәшәүсе бала тураһында аноним мәғлүмәт килде

Беҙҙең редакцияға насар шарттарҙа йәшәүсе бала тураһында аноним мәғлүмәт килде 16.06.2016

Йәнәһе, мәктәп йәше лә тулмаған баланы әсәһе ташлап киткән, атаһы дауаханала, шуға ла сабый аҡылынан яҙған өләсәһе ҡарамағында ҡала. Өҫтәүенә, ғаилә ағзалары туҡтауһыҙ эсә, шуға ла бала ҡарауһыҙ йәшәй.

Был көн Фәнүзә Ғәйнетдиноваға көслө тетрәнеү килтерә. Ҡатын ейәнен тышҡа уйнарға сығара, һәм аҙаҡ уны таба алмай. Хаҡлы ялдағы ханым бөтә ихатаны йүгереп йөрөп сыға, юлында осраған кешеләрҙән һорап та ҡарай, ләкин Алмазды күреүсе булмай.
Ҡатын әйтеүенсә, ул бер минут самаһына фатирына инеп сыҡҡан арала урамда йөрөгән Алмаздан елдәр иҫә. Ләкин аҙағыраҡ Фәнүзә Ғәйнетдинова шикләнә башлай, бәлки, ул ейәнен иртә менән балалар баҡсаһына илтеп ҡуйғандыр.
Шулай уҡ ҡатын улының эштә булыуын аңлатты, ләкин телефон аша һөйләшкәндә Алмаздың атаһы үҙенең дауаханала ятыуын хәбәр итте. Ҡыҫҡаһы, Фәнүзә ханымдың уйҙары бөтөнләй буталған булып сыҡты. Баланың ҡайҙа булыуын ошо уҡ йортта йәшәүсе ир аңлатты.
Шулай итеп, Алмазды социаль приют хеҙмәткәрҙәре алып киткән булып сыға. Малайҙың өләсәһе учреждение хеҙмәткәрҙәрен күреүен-күргән, ләкин шунда уҡ ваҡиға тураһында онотҡан. Ысынлап та, баланың йәшәү шарттарын яҡшы тип әйтеп булмай. Ләкин ул иғтибар етмәгәнгә зарлана алмайҙыр. Уйынсыҡтар күп, фатирҙа баланың кейем-һалымдары ла етерлек. Шуныһы ҡыҙыҡ, опека органдары беҙҙең ғаилә йәшәйеше менән ҡыҙыҡһыныуыбыҙ тураһында белә ине, малайҙы ла улар беҙ килер алдынан ғына алып киткән. Ҡыҙғанысҡа, опека вәкилдәре ҡылығы тураһында әлегә рәсми аңлатма юҡ, ваҡиға күҙәтеү аҫтында ҡала. Ә Алмазды, хәтере насар булыуына ҡарамаҫтан, күҙ ҡараһылай ҡәҙерләп тәрбиәләгән ҡатын беләктәрен тешләй. Нисек инде мин ейәнемһеҙ йәшәрмен, ти ул.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку