Баймаҡ районындағы юл-транспорт фажиғәһендә ике кешенең ғүмере өҙөлдө

Баймаҡ районындағы юл-транспорт фажиғәһендә ике кешенең ғүмере өҙөлдө 03.05.2017

Авария уҙған төн Магнитогорск-Ира юлында теркәлде. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, «Лада Калина» автомобиленең 26 йәшлек водителе идара итеү һәләтен юғалтып, юлдан төшөп китә. Транспорт сараһы бер нисә тапҡыр әйләнә. Һәләкәттә руль артындағы егет һәм уның 23 йәшлек пассажиры үлемесле йәрәхәтләнә.  

Тағы ла бер авария бөгөн иртәнсәк  Архангел районында теркәлде. Өфө-Белорет юлында «Lada Largus» менән «Газель» бәрелешкән.  Юл-транспорт фажиғәһендә еңел автомобилдә ултырған алты кеше төрлө дәрәжәләге тән йәрәхәттәре алған. Зыян күреүселәргә ашығыс медицина ярҙамы күрһәтелгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку