Башҡортостандың төньяҡ төбәктәрендә үткән көслө өйөрмә матбуғат сараларында яҡтыртылған төп темаға әйләнде

Башҡортостандың төньяҡ төбәктәрендә үткән көслө өйөрмә матбуғат сараларында яҡтыртылған төп темаға әйләнде 30.08.2014

Интернет селтәрҙәренә яңынан-яңы видеояҙмалар өҫтәлә.

Өйөрмәне зәңгәр экрандар аша ғына күреп-белгән халыҡ, йәғни республиканың төньяҡ төбәгендә йәшәүселәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны үҙ иңендә татыны.Тәбиғәт ғәрәсәте Краснокаманан тыш, Яңауыл, Ҡалтасы райондары аша үткән. Шаһиттар билдәләүенсә, тәүҙә тауыҡ йомортҡаһынан ҙурыраҡ боҙ-борсаҡ, ҡойма ямғыр яуып үтә, һуңынан күкте ҡуйы ҡара болоттар баҫып алып, геүелдәгән тауыш башлана. Көслө дауыл ҡуба.  Шаһиттар был ваҡиғаны ҡурҡыныс төш кеүек хәтерләй. Ғәҙәттән тыш хәл республиканың төньяҡ төбәктәрендә киске сәғәт ете-һигеҙҙәр тирәһендә теркәлә. Яңауыл районында, мәҫәлән, тәбиғәт ғәрәсәте Ураҡай, Кониг, Истәк, Иҫке Көйөк ауылдары аша үткән. Яңауыл ҡалаһының көнсығыш биҫтәһе ныҡ зыян күрә. Белгестәр баһалауынса, ауыл икенсе дәрәжә ҡатмарлыҡтағы торнадо аҫтында ҡала. Дауыл аңғармаҫтан башланып, бер нисә минут эсендә донъяның аҫтын-өҫкә килтерә. Тәбиғәт ғәрәсәтенә тиклем бер нисә сәғәт алда Башҡортостандың гидрометеорология үҙәге синоптиктары көслө дауыл сығасағы хаҡында хәбәр итә. Республика буйлап елдең тиҙлеге секундына 30 метрғаса етә. Шулай ҙа торнадо - көтөлмәгән ғәрәсәт.
Светлана Положенцева, Башҡортостандың гидрометеорология үҙәге директоры урынбаҫары: «Циклондың шундай емереклектәр килтерәсәген беҙ белмәнек. Көтмәгәйнек тә... Шулай ҙа беҙҙең хеҙмәт ваҡытында тәбиғәт күренеше буласағы тураһында хәбәр итте».
Көслө өйөрмәнән зыян күргән 101 кеше табиптарға ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Уларҙың 15-е дауаханаға урынлаштырылған. Тәбиғәт ғәрәсәте ваҡытында ике кешенең ғүмере өҙөлгән. Уларҙың кәүҙәһен ҡотҡарыусылар емереклектәр араһынан сығарған. Рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, ғәрәсәттән 26 ауыл зыян күргән. 500-гә яҡын йорт сафтан сыҡҡан. Бәләгә тарыусыларға ваҡытлыса торлаҡ пункты ойошторолған. Әлеге ваҡытта торнадонан күргән зыян күләме иҫәпләнә. Ә урындағы халыҡ тәбиғәт ғәрәсәтенең ҡабат сығырынан ҡурҡа...
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку