Башҡортостандың гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфө тирәһендә йылғалар кимәле күтәрелеүенә дауам итә

Башҡортостандың гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфө тирәһендә йылғалар  кимәле күтәрелеүенә дауам итә 22.04.2017

Ағиҙел һуңғы тәүлектә 48 сантиметрға күтәрелеп 5 метр 28 сантиметрға еткән. Өфө йылғаһы бөгөн 468 сантиметр күрһәтә. Кисәге менән сағыштырғанда 47 сантиметрға күберәк. Дим йылғаһы шул уҡ кимәлдә ҡалып 4 метр 54 сантиметр тәшкил итә. Республикала оло хәүеф тыуҙырырлыҡ ташҡын күҙәтелмәй. Ҡотҡарыусылар барлыҡ йылғаларҙы ла контролдә тота. Шулай ҙа бәләкәй йылғалар ярҙарынан сығыу, юлдарҙы йыуыу осраҡтары бар. Баш ҡала янындағы Дудкино ауылында бәләкәй йылға ярҙарынан сыға.

Дудкино ауылына илткән автомобиль юлына өҙөлөү хәйефе янай. Йылға аша һалынған күпергә һыу күтәрелә башлаған. Ҡотҡарыусылар юл ситен билдәләү өсөн махсус ҡаҙаҡтар ҡаға, юлдың хәүефле еренә иҫкәртеүсе   таҫма ла һуҙыла. Ә күпер алдына: «Һыу баҫыу ихтималлығы ҙур. Транспортҡа һәм йәйәүлеләргә йөрөү тыйыла» тигән махсус билдә лә ҡуйылған.
Козарез ауылына күперҙе һыу баҫыу сәбәпле,маршрут автобустары,ашығыс ярҙам машиналары  ваҡытлыса йөрөмәй. Унда ҡотҡарыу хеҙмәте эшләй. Һыу ике яҡ ярҙы тоташтырыусы күпер өҫтәнә күтәрелгәс, халыҡты ауылға ҡаршы яҡтағы махсус техника ташый. Әгәр ҙә юл күтәрелһә ,яҙлы-көҙлө һыу баҫыу проблемаһы ла киҫкен тормаҫ ине, ти урында йәшәүселәр. Ә әлегә бер ярҙан икенсе  ярға кешеләрҙе  бейек тәгәрмәсле махсус транспорт ташый.
Мәктәп уҡыусыһы Михаил лебедев   өсөн дә яҙғы өҙәрем юл  йыл һайын ваҡытлыса ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Мәктәп автобустары йөрөмәгәс,күп тиҫтерҙәре дистанцион уҡыу ысулын һайлай. Әммә Михаил  Лебедев көн һайын  мәктәпкә дәрескә йөрөргә теләк белдерә.
Михаил  Лебедев, Козарез ауылында йәшәүсе: «Һыу баҫҡан мәлдәрҙә мин оләсәйемдә йәшәйәсәкмен. Беҙҙең ауылға ҡайтып йөрөү ҡурҡыныс, быйыл һыу күп буласаҡ тип фаразлайҙар. Шуға ла хәүефһеҙ ерҙән мәктәпкә уҡырға йөрөйәсәкмен».
Ҡотҡарыусылар иһә ҙур бәләгә юл ҡуйылмаясаҡ, тип ышандыра.
Булат Латипов, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Өфө ҡалаһы Ленин районы буйынса граждандарҙы яҡлау һәм ҡотҡарыу бүлеге етәксеһе: «Козарез ауылында 304 кеше йәшәй. Уларҙың күптәре ҡалаға йөрөп эшләй. Ауыл халҡын күрше Романовкаға тиклем йөрөтөү өсөн  махсус техника менән тәьмин иттек».
Әлеге ваҡытта Козарез ауылы эргәһендә һыу кимәле метр ярымдан ашҡан. Ташҡын тулыһынса белгестәр күҙәтеүендә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку