Башҡортостанда янғынға ҡаршы айырым режим индерелде

Башҡортостанда янғынға ҡаршы айырым режим индерелде 04.05.2017

Был турала бөгөн тәбиғәт янғындарына ҡаршы көрәшкә йүнәлтелгән проект ҡарарҙарын әҙерләү буйынса ведомство-ара комиссия ултырышында иғлан ителде. Республика райондары менән ойошторолған видеоселектор кәңәшмәһендә Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев,  быйыл урман яныуға бәйле ун осраҡ теркәлеүен билдәләне. Уларҙың етеһе һүндерелгән, икәүһе таралыуҙан туҡтатылған. Әлегә Белорет районы Тирлән урман хужалығында ут менән көрәш алып барыла.

Йыһан мониторингы буйынса республикала янғын хәүефе осоронда ғына 64 термонөктә табылған, уҙған йыл менән сағыштырғанда был һан 75 процентҡа күберәк. Әлегә ҡоро үлән яныуға бәйле республикала 212 осраҡ теркәлгән. Ут башлыса ихата эргәһендә, юлда сүп-сар яғыу  сәбәбле таралған. Был күңелһеҙ статистика Сибай ҡалаһы, Туймазы, Өфө, Мәләүез райондары йыш күҙәтелгән.
Марат Мәһәҙиев, Башҡортостан хөкүмәте премьер- министры урынбаҫары: «Хәйбулла, Йылайыр, Ейәнсура, Баймаҡ райондарына, йәғни Ырымбур һәм Силәбе өлкәләре менән сиктәш  төбәктәргә айырым иғтибар булырға тейеш. Күп осраҡта Ырымбурҙан дала, ә Силәбенән урман янғындары республикаға хәүеф менән янай. Был биләмәләрҙә ҡәтғи күҙәтеү ойоштороу талап ителә».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика