Башҡортостанда һуңғы тәүлектә генә бер нисә янғын теркәлгән

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә генә бер нисә янғын теркәлгән 08.08.2016

Был кадрҙарҙы беҙҙең редакцияның вацап-мессенджерына тамашасылар ебәргән. Борҡоп күтәрелгән төтөн әллә нисә километрҙан күренә. Янғындар Белорет һәм  Иглин райондары  урмандарында сыға. Йәкшәмбе кис Тирлән урмансылығында ут 17 гектар ерҙе ялмай. Аҙна эсендә барлығы 17 янғын теркәлә. Халыҡтың ут менән һаҡһыҙ ҡыланыуы, ямғырһыҙ йәшендәрҙең күп булыуы  ут сығыуҙың төп сәбәптәре булып тора.

Янғындар күбәйеү сәбәпле, 5 августан  республикала янғынға ҡаршы махсус режим индерелде. Был ваҡытта  урманға транспорт индереү сикләнә, сүп-сар түгеү, усаҡ яғыу тыйыла, урманға яҡын ауылдарҙа янғынға ҡаршы көрәшеүсе төркөмдәр төҙөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика