Башҡортостанда тағы ла бер бала ҡар аҫтында ҡалып һәләк булған

Башҡортостанда тағы ла бер бала ҡар аҫтында ҡалып һәләк булған 10.04.2017

Фажиғә уҙған аҙнала Салауат районы Малаяҙ ауылында  теркәлгән. Тәтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, мәктәптән ҡайтып килгән 7 йәшлек ҡыҙҙың өҫтөнә ҡыйыҡтан ҡар өйөмө төшкән. Ваҡиға урынына тиҙ арала килеп еткән әсә менән күршеләре сабыйға ярҙам итеп өлгөрмәй.

Әлеге ваҡытта хоҡуҡ һағындағылар ғәҙәттән тыш хәл сәбәптәрен тикшерә, ғәйеплеләрҙе асыҡлай. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был һуңғы ваҡытта балалар ҡатнашлығында теркәлгән тәүге бәхетһеҙ осраҡ түгел. Ғинуарҙа Өфө районы Дубки ауылында һыу башняһынан өҫтөнә ҙур боҙ киҫәге төшкән 13 йәшлек малайҙың ғүмере өҙөлдө. Февралдә Өфөнөң Тимашев ауылында 11 йәшлек малай ҡар аҫтында ҡалып һәләк булды. Бынан  тыш, Баймаҡ районында,  Күмертауҙың Маяҡ ҡасабаһында ла бәхеһеҙ осраҡтар теркәлде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку