Башҡортостанда синтетик тилерткес матдә һатыусы ике кеше ҡулға алынды 15.10.2015

Нәшә менән сауҙа итеүҙең ойоштороусыһы ике бала тәрбиәләүсе яңғыҙ әсә. Тилерткес матдәләрҙе  таратырға әшнәһе 30 йәшлек ир ярҙам иткән. Ул уны үҙенең дуҫтарына, яҡындарына тәҡдим иткән. Бынан тыш, ир үҙе лә тилерткес матдәләр менән мауыҡҡан. Ҡатын бынан тыш, наркотиктарҙы йәшерен урындарҙа ла һата. Уны тәүҙә һөйләшелгән урынға ергә күмеп, һатып алыусыға хәбәр иткән. Наркоконтроль хеҙмәткәрҙәре тентеү барышында уларҙан 10 төргәктән ашыу синтетик тилерткес матдә тартып ала. Шулай уҡ наркотиктарҙы төрөү өсөн ҡуртымға алынған фатирҙа яҡынса 115 грам тилерткес матдә тултырылған ике төргәк табыла. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тикшереү эше дауам итә.

.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика