Башҡортостанда шаурма менән сауҙа итеүсе кибеттә эсәк таяҡсалары табылған 21.09.2016

Дүртөйлөләге кибетте тикшереү  һөҙөмтәһендә шаурмала, уны әҙерләүселәрҙең кейемендә эсәк таяҡсалары булыуы асыҡланған. Коммерсант эшкә сит ил граждандарын йәлеп иткән. Уларҙың  медицина күҙәтеүе хаҡында белешмәһе булмаған. Етмәһә, үҙҙәре лә урындағы  продукция һаҡланған келәттә йәшәгәндәр. Етештереү  ризыҡ сифатын күрһәтеүсе документһыҙ  алып барылған. Дүртөйлө район прокуратураһы тикшереү үткәргәндән һуң кибетте 70 тәүлеккә ябыу тураһында ҡарар сығарған.

.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика