Башҡортостанда Рәсәйҙә эшмәкәрлеге рәсми рәүештә тыйылған Хизб ут Таһрир ойошмаһының Стәрлетамаҡ бүлексәһе ағзалары хөкөм ителде

Башҡортостанда Рәсәйҙә эшмәкәрлеге рәсми рәүештә тыйылған Хизб ут Таһрир ойошмаһының Стәрлетамаҡ бүлексәһе ағзалары хөкөм ителде 05.08.2016

Федераль именлек хеҙмәте мәғлүмәттәренән күренеүенсә, улар  ойошма сафтарын киңәйтеү, эктремистик пропаганда алып барыу һәм террорсыларҙың эшмәкәрлеген финанслау өсөн аҡса йыйыу менән шөғөлләнгән.

Стәрлетамаҡ бүлексәһе йәшерен шарттарҙа эш алып барған. Уның ағзалары тирә-яҡтағыларҙы бойһондороу һәм  йоғонто яһау технологияларын үҙләштергән булған. Хөкөм ителеүселәрҙең барыһы ла  дөйөм режимдағы колонияларҙа төрлө мөҙҙәткә иркенән мәхрүм ителде.
Хизб ут Таһрир әл Ислами, йәғни ислам азатлыҡ партияһы 1953 йылда Фәләстәндә  ҡорола, күп кенә дәүләттәрҙә, шул иҫәптән Рәсәй федерацияһында ла уның эшмәкәрлеге тыйылған һәм террор ойошмалары исемлегенә индерелгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку